+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Июль 2022, 09:45

Иран менән хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Лена Изотова, сәнәғәт, яғыулыҡ һәм инновация министры урынбаҫары Марат Кашаев, урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашлығында Ирандың “Tappiko” Тамин нефть-газ һәм нефть-химия инвестиция компанияһының целлюлоза холдингы һәм Башҡортостандың ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм целлюлоза етештереүсе компаниялары вәкилдәре осрашты. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иран менән хеҙмәттәшлек нығый
Иран менән хеҙмәттәшлек нығый

2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Иран 121,1 миллион доллар күләм менән унынсы урынды биләй. Былтыр экспорт аҙыҡ-түлек һәм сеймал тауарҙарынан торған, ул 90 проценттан күберәк. Структурала шулай уҡ органик булмаған химия, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәр, машиналар эшләү тауарҙары булған. Йыл һайын үҙебеҙҙең экспортсыларға яңы ярҙам саралары әҙерләнә. Быйыл тышҡы бәйләнештәр эшмәкәрлегенә ярҙам итеү буйынса ҙур күләмдә саралар ҡаралған. Тауарҙы ташыуға, сертификат алыуға субсидиялар бирелә. Башҡарылған экспорт контракты буйынса 30 процентын ҡайтарыу мөмкинлеген биргән экспорт кэшбегы бар.

Иран делегацияһы “TAPPICO” директорҙар советы ағзаһы Ахмад Роканабди етәкселегендә эшләне. Иран ҡунаҡтары республиканың ағас эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарын юғары баһаланы һәм Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексы тауарҙарын алыуға ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Ике республика вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты һәм артабанғы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн уртаҡ йүнәлештәрҙе билдәләне.

Башҡортостандың Иран менән хеҙмәттәшлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.        

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: