Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Август , 11:45

Үҙебеҙҙең, ауылса ризыҡҡа өҫтөнлөк бир

Башҡортостанда тағы бер предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Үҙебеҙҙең, ауылса ризыҡҡа өҫтөнлөк бир
Үҙебеҙҙең, ауылса ризыҡҡа өҫтөнлөк бир

 “СН-продукт” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы “Свое-Наше”, “По-деревенски” сауҙа маркалары аҫтында һөт ризыҡтары етештерә.

Бында 110 хеҙмәткәр эшләй. Һөт эшкәртеү заводы Благовар районында 2010 йылда һөт йыйыу пунктының сепаратор бүлеге нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әле бында 40-тан ашыу аҙыҡ төрө етештерелә. Һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек, май, йогурт кеүек ризыҡтарҙы халыҡ яратып ала.

– Шулай итеп, бөгөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың 138 предприятиеһы һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡуллана. Улар араһында биш компания һөт ризыҡтары етештерә. Һаҡсыл етештереү технологияларын индереү, түгелгән көстө, матди ресурстарҙы, етештереү ҡеүәтен һәм майҙанын кәметеп, күберәк продукция сығарырға мөмкинлек бирә, – ти республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в