+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Август 2022, 10:35

Герой исеме мәңгеләштерелә

Яҡташыбыҙ, Тамерлан Илһамовтың батырлығы онотолмаясаҡ.

Герой исеме мәңгеләштерелә
Герой исеме мәңгеләштерелә

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эштәр башланды. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбировтың тейешле указы Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Яугир хөрмәтенә Асҡарҙың Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы фасадында мемориаль таҡтаташ асыласаҡ һәм уның исемен ауыл урамдарының береһенә биреләсәк.

Бынан тыш, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына Тамерлан Илһамовтың исемен биреү планлаштырыла. Яңыраҡ РФ Президенты Владимир Путин указы менән Тамерлан Илһамовҡа хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелгәйне.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: