-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Сентябрь 2022, 08:55

Рәсәйҙең киләсәге бөгөн хәл ителә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов:

— Рәсәй Президенты Владимир Путиндың өлөшләтә мобилизация тураһындағы ҡарарын дөрөҫ тип иҫәпләйем. Махсус хәрби операция Украина һалдаттарына ҡаршы көрәшеү генә түгел. Беҙ бөгөн тотош көнбайышҡа ҡаршы торабыҙ. Рәсәй хәрбиҙәре Украинаның бер нисә төбәген милләтселәрҙән азат итте. Хәҙер унда тәртип булдырырға кәрәк. Беҙ артҡа сигенергә тейеш түгелбеҙ. Башланған эште аҙағына тиклем еткереү мөһим.

Бөгөн һүҙ тулы мобилизация тураһында бармай. Хәрби хеҙмәттә булған, тәжрибәгә эйә ир-егеттәр генә хеҙмәткә саҡырыла. Ватанды һаҡлау — изге бурыс. Еңеүҙе бер кем дә килтереп бирмәйәсәк, ул — беҙҙең ҡулда. Рәсәйҙең киләсәге БӨГӨН хәл ителә. Беҙгә еңергә кәрәк, башҡаса бер нисек тә мөмкин түгел. Киләсәк — һалдаттарыбыҙ ҡулында!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: