+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Октябрь 2022, 16:40

Эштәрҙең 98 проценты үтәлгән

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә планлаштырылған эштәрҙең  98 проценты үтәлгән, ҡалған эштәрҙә килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта файҙаланыуға тапшырыласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эштәрҙең  98 проценты үтәлгән
Эштәрҙең 98 проценты үтәлгән

Ҡалған өс объектта яҡтыртыуҙы яңыртырға, юл билдәләрен ҡуйырға һәм яңы һыҙаттар һалыу ҡалған. Барлыҡ планлаштырылған юл-төҙөлөш эштәре буйынса урам-юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо яҡынса 23 саҡрым булған 17 участкаһы тәртипкә килтереләсәк. Ошо эштәрҙе атҡарыуға  1,854 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

       Ун объектта, атап әйткәндә Завод, М. Кәрим, Хәкимов, Кемеров, Менделеев, Ғ.Сәләм, Суворов, Саҡмағош урамдарында һәм Салауат Юлаев проспектында  эштәр ваҡытынан алда тамамланған.

        Эш барышында юлсылар йәйәүлеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ла иғтибар бүлгән. Әйтәйек,  һәр объектта яраҡһыҙ хәлгә килгән тротуарҙар яңыртылған, ә улар булмаған ерҙә яңылары һалынды.

     Өфө халҡы башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләрен күреп, баһалап өлгөрҙө лә инде. Мәҫәлән, Ибраһимов бульварында ла «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ремонтланған эштәр байтаҡ. Бындағы скверҙағы тротуар тулыһынса яңыртылды. Урыны менән тротуарҙың киңлеге 3-4 метрға еткерелде. Бынан тыш, «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы сиктәрендә бында ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылды.

Әйткәндәй,  «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектында Рәсәйҙең 85 субъекты һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Рәсәй субъекттарының юл эшмәкәрлеге программалары федераль һәм төбәк бюджеттарынан финанслана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: