-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Октябрь 2022, 21:26

Еңел сәнәғәткә ҡорамалдар һатып алған өсөн компенсация аҡсаһы ҡаралған

Башҡортостанда туҡыу һәм тегеү производстволарына ҡорамалдар һатып алыуға 40 миллион һум аҡса бүленә.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Еңел сәнәғәткә ҡорамалдар һатып алған өсөн компенсация аҡсаһы ҡаралған
Еңел сәнәғәткә ҡорамалдар һатып алған өсөн компенсация аҡсаһы ҡаралған

Компаниялар етештереү ҡорамалдары һатып алыуға сығымдарҙың 20 процентын ҡайтара ала, дәүләт ярҙамының максималь күләме бер предприятиеға 10 миллион һум тәшкил итәсәк.

      Ағымдағы  йылда 45 предприятие 200 миллион һумдан ашыуҙан торған  350 берәмек тегеү ҡоролмаһы һатып алған. Төбәктә был тармаҡта бөтәһе 311 компания эшләй. Уларҙың продукцияһы автомобиль, авиация, ауыл хужалығы, химия һәм сәнәғәттең ҡатнаш тармаҡтарында, шулай уҡ төҙөлөштә һәм һаулыҡ һаҡлауҙа ҡулланыла.

   2020-2021 йылдарҙа республика еңел сәнәғәт компанияларына сеймал, ҡорамалдар һәм етештереү ҡоролмалары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн 100 миллион һум бүлгән. Туҡыу һәм тегеү предприятиелары 263 миллион һумдан ашыуға йәмғеһе 4 мең берәмек тирәһе етештереү ҡорамалы һатып алған.

  Бының менән етештереүселәр производствоны яңырта һәм автоматлаштыра, етештереүсәнлекте арттыра һәм һуңғы продукцияның сифатын күтәргәндәр.

      2020-2021 йылдарҙа субсидия алған предприятиелар тейәп оҙатылған продукция күләменең 31 процентҡа тиклемгә  артыуын күрһәткән.

    Предприятиеларҙа эш хаҡы кимәлен һаҡлап ҡалыу, яңы эш урындары булдырыу һәм булғанын  һаҡлау субсидияларҙың һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә ҡарай. Билдәле булыуынса,   Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары 2022 йылдың һигеҙ айында 9,2 миллиард һумлыҡ продукция һатҡан. Был  алдағы йылдың ошо  осорона ҡарағанда 1,7 миллиард һумға  йәки 22,7 процентҡа күберәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: