+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Декабрь 2022, 16:35

1-се мәктәптең 8 уҡытыусыһы бүләкләнде

1-се Асҡар урта мәктәбе быйыл үҙенең 145 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошоға бәйле, бөгөн район мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов 1-се Асҡар урта мәктәбендә 8 уҡытыусыға республика Мәғариф министрлығының Почет грамоталарын тапшырҙы.

1-се мәктәптең 8 уҡытыусыһы бүләкләнде
1-се мәктәптең 8 уҡытыусыһы бүләкләнде

– Һәр награда хужаһын табырға тейеш. Бөгөн беҙ уларҙы тантаналы шарттарҙа райондың иң оло һәм ҙур мәктәбендә белем нуры таратыусы талантлы педагогтарға тапшырып үтәбеҙ. Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙе мәктәптең олпат юбилейы менән ҡотлайым. Был грамоталар хеҙмәт юлығыҙҙа аҙаҡҡыһы булмаһын, ә һеҙҙе дәртләндереп, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға әйҙәһен, – тип теләне Батыр Харис улы.

Ведомствоның юғары наградаһына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фая Ғилметдин ҡыҙы Мортазина, инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Камил ҡыҙы Ғайсина, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Динис Фәрит улы Сәлихов, физкультура уҡытыусыһы Тимур Ибраһим улы Йыһаншин, рәсем уҡытыусыһы Раушания Фәрхәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, башланғыс кластар уҡытыусылары Фирҙәүес Рамаҙан ҡыҙы Моратшина, Әминә Таһир ҡыҙы Сабитова, Люциә Нардвик ҡыҙы Фәхретдинова лайыҡ булды. Хөрмәтләнеүсе коллегаларының ҙур шатлығын бөтә педагогик коллектив бүлеште.

– Бер юлы һигеҙ уҡытыусыға Почет грамотаһы бирелеүе беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Мәғариф министрлығы грамотаһы әһәмиәте йәһәтенән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы билдәһе менән бер кимәлдәге награда. Барығыҙҙы ла ҡотлайым, уңыштар, карьера үҫеше, ғаилә именлеге һәм, әлбиттә, һаулыҡ теләйем, – тине коллегаларын тәбрикләп 1-се мәктәп директоры М. Й. Ямалова.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: