+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Февраль 2023, 09:09

Геморрагик биҙгәктең таралыуын иҫкәртеү

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк киң таралған вируслы тәбиғи сығанаҡлы инфекцияларҙың береһе булып тора.

Геморрагик биҙгәктең таралыуын иҫкәртеү
Геморрагик биҙгәктең таралыуын иҫкәртеү

Ул Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында, Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларында, Һамар һәм Ульяновск өлкәләрендә киң таралған. Сысҡан биҙгәге йышыраҡ йәйге һәм көҙгө осорҙа, дача һәм туристик миҙгел ваҡытында теркәлә. Көберәк ир-егеттәр ауырый, сөнки улар тәбиғәттә йышыраҡ булалар (һунар, балыҡ тотоу, утын әҙерләү, бесән сабыу, мал көтөү, бәшмәк йыйыу һ.б.). Сирлеләрҙең 70 процентын 20 йәштән  50 йәшкә тиклемге эшкә һәләтле кешеләр тәшкил итә.

      Республикала был ауырыуҙың таралыу сәбәптәре, төбәктә йүкә урмандары майҙаны күп булыуына бәйле. Йүкәнең емештәре йыл дауамында ҡойолоп,  уның менән кимереүселәр туҡлана.

       Инфекция сығанағы булған  ерән ҡыр сысҡандары үрсей, ауырыу уларҙың тиҙәге, һейҙеге һәм төкөрөгө аша тарала. Кимереүселәрҙең йәшәү эшмәкәрлеге продукттары менән бысранған аҙыҡ-түлекте, һыуҙы ҡулланып, саңын еҫкәп зарарланырға мөмкин. Сирҙе баҡсала йәки дачала эшләгәндән һуң ҡулдарҙы йыумаған осраҡта, урманда сыбыҡ-сабыҡ, йәки еләк йыйғанда йоҡторорға мөмкин. Өҫкө тын алыу юлдары аша вирус кешенең үпкәһенә эләгә, артабан ул ҡан аша ҡайһы бер ағзаларҙың күҙәнәктәренә үтеп инә.

      Сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай, йәғни эпидемиологик хәүеф тыуҙырмай.

      Вирус 50 градус йылылыҡта 30 минут эсендә үлә. Эфирға, хлороформға, ацетонға, бензолға, ультрафиолет нурҙарына һиҙгер.

      Был сирҙе йоҡторған кешенең температураһы  кинәт күтәрелө, ул ҡалтырана, 5-7 көн дауамында биҙгәк тота, баш ауырта, хәлһеҙләнә һәм мускулдар һыҙлай башлай, уҡшый, эс ауырта. Ауырыуҙың йөҙө, тышҡы ҡиәфәте әле генә мунсанан сыҡҡан кешенеке һымаҡ, ул ҡыҙғылт-ҡыҙыл төҫөндә була, күҙҙәренең һәм кәүҙәһенең өҫкө яртыһының ҡыҙарыуы күҙәтелә.

      Симптомдар, ғәҙәттә, инфекция йоҡторғандан һуң бер-ике аҙна эсендә, һирәгерәк 7 аҙна эсендә беленә. Тәүге билдәләр күренеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Киҫкен ауырыу үткәргәндән һуң ныҡлы, ғүмерлеккә иммунитет формалаша.

      Әлегә сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакциналар юҡ, шуға күрә сысҡан биҙгәген иҫкәртеүҙең төп ысулы - системалы рәүештә санитар-техник алымдар  ҡулланыу, кимереүселәрҙе юҡ итеү, йәмәғәт һәм шәхси гигиена сараларын күҙәтеү.

     Системалы уҙғарылған дератизация саралары торлаҡ янында кимереүселәрҙең популяцияһын контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ бина һәм хужалыҡ ҡаралтыларына  кимереүселәрҙең үтеп инмәүенә юл ҡуймау.

      Аҙыҡ-түлекте кимереүселәр теймәҫлек  урында һаҡларға кәрәк.

      Кимереүселәр булған биналарҙы таҙартҡанда һәм дезинфекциялағанда хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, һаҡланыу респираторҙары һәм бирсәткәләр ҡулланырға, ҡулдарҙы ентекләп йыуырға кәрәк.

      Кимереүселәр тарафынан бысранған аҙыҡ-түлекте ҡулланыу тыйыла, эсер өсөн һыу ҡайнатылған булырға тейеш.

 

Автор:
Читайте нас: