-20 °С
Болотло
2023 йылды республикала төбәк Башлығы Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итте. Асылда тематик йыл 2021 йылда башланған «Атайсал» проектының дауамы ул. Был ваҡыт эсендә сайтта 14,5 меңдән ашыу ғариза урынлаштырылған, уларҙың 13,5 меңе тормошҡа ашырылған да инде. Изге эштәр проектында 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ғәмәлгә ашырылған проекттарҙың дөйөм суммаһы 900 миллион һум тәшкил иткән.