-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Февраль 2023, 08:10

Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

2023 йылда Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыуға 694,5 миллион һум бүленә, был 2022 йылға ҡарағанда 7,8 процентҡа күберәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам
Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

Был сумманың 680,6 миллион һумы - федераль ҡаҙнанан, ҡалғаны төбәк бюджетынан йүнәлтеләсәк.

      Милли проект сиктәрендә республикала өс төбәк «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы», «Үҙмәшғүлдәргә булышлыҡ итеү» һәм «Предакселерация» проекты ғәмәлгә ашырыла.

Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн льготалы кредитлау программаһы һәм һалым преференциялары ғәмәлдә ҡала. Аграрийҙар һәм көйләүсе компаниялар киңерәк ярҙам саралары күрһәтәсәк. Бынан тыш, март аҙағына тиклем бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит каникулдары менән файҙалана ала. Шулай уҡ республикала милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн бушлай консультациялар, акселерация, белем биреү саралары дауам ителәсәк һәм бизнесҡа ярҙам итеүҙең, атап әйткәндә, льготалы лизинг финанслауы буйынса, финанс саралары киңәйтеләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: