-21 °С
Болотло
Контракттың башланғыс юғары хаҡы 364 миллион һум тәшкил итә. Конкурс еңеүсеһе 27 мартта билдәләнәсәк. Эштәр Өфө һәм Башҡортостан бюджеттары, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана. Төҙөкләндереү эштәре 2023 йылдың 30 авгусына тиклем тамамланырға тейеш. Подрядсы бурыстарына видеокүҙәтеү, тышҡы яҡтыртыу, газондар, юлдар, парковка урындары, тротуарҙар, бардюр, резина япма ҡуйыу, балалар өсөн уйын һәм спорт ҡорамалдары монтажлау инә. Һөҙөмтәлә, 18 ихатала төҙөкләндереү эштәре башҡарылырға тейеш.