+2 °С
Болотло
Мобилизацияланған ауылдаштары ялға ҡайтып, ауыл халҡынан тепловизор һорай. Гусевтар һалдат егеттең үтенесен кире ҡаҡмай, тиҙ арала ауыл халҡынан 80 меңдән ашыу аҡса йыя һалып, тепловизорҙы һатып ала. Халыҡтан аҡса йыйыуҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған. Заһир Дәүләткирәйев интернет селтәре аша тепловизорға заказ биргән. Һалдатҡа тепловизорҙы тапшырып, ауыл халҡы менән бергә яуға оҙатҡандар. Ғөмүмән, гусевтар ялға ҡайтҡан ауылдаштарын буш ҡул менән ебәрмәй: кемдер һалма ҡырҡа, кемдер ит менән тәьмин итә, кемдер аҡсалата ярҙам итә.