+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Апрель 2023, 09:55

Көтөп алған килешеү

Башҡортостан сода компанияһы ҡалдыҡтарҙы 14,5 процентҡа кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан килешеү төҙөнө. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Көтөп алған килешеү
Көтөп алған килешеү

Өфөләге экологик форумда атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса комплекслы планды үтәү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Комплекслы план “Экология” милли проектының “Таҙа һауа” федераль проекты сиктәрендә раҫланған. Документҡа Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары, “Экология” милли проектының “Таҙа һауа” федераль проекты етәксеһе Константин Цыганов, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдов ҡул ҡуйҙы.

Килешеү атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда үҙ-ара эш итеүҙе, ҡалдыҡтарҙы автоматик контролдә тотоу системаһын ҡуйыуҙы, Стәрлетамаҡта атмосфера һауаһының сифатын күҙәтеү системаһын үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

– 2023-2030 йылдарҙа тирә-яҡ мөхитте бысратыусы матдәләрҙең дөйөм кәмеүе 5 700 тоннанан ашыу тәшкил итәсәк, был 14,5 процент, шул иҫәптән насар еҫлеләр. Был сараларҙы финанслауҙың дөйөм күләме 8,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 8 йылда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса сараларға сығымдар 9 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, шул иҫәптән 1,3 миллиард 2023 йылға ҡаралған, – тине Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдов.

Килешеүҙә һигеҙ проектты ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Башҡортостан сода компанияһының килешеүҙә ҡатнашыуы предприятиеның экологик сәйәсәтенең асыҡ булыуын раҫлай.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас: