+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Май 2023, 11:15

Киләһе форум -Шүлгәнташ музейында

"Атайсал" форумы Бөрйән районында үтәсәк.

Киләһе форум -Шүлгәнташ музейында
Киләһе форум -Шүлгәнташ музейында

Киләһе «Атайсал» форумы Шүлгәнташ музейы майҙансығында үтәсәк. Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе ошо турала белдерҙе.

—  II  «Яҡташлыҡ көсө» форумын үткәрҙек. Республикабыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәр,  яҡташтарыбыҙ атайсалдары өсөн изге эштәр башҡаралар. Проект башланғандан алып кешеләр тыуған төйәгенә миллиард ярым һумға яҡын йүнәлткән. унда ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта, проект ысынлап та уңышлы килеп сыҡты, — тине Радий Хәбиров.

Яҡташтарҙың киләһе форумын Шүлгәнташ музейы майҙансығында уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итте Башҡортостан етәксеһе. Ул әҙерлек эштәрен башларға ҡушты. Тиҙҙән Бөрйән ере ҙур ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: