+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Июнь 2023, 22:10

“Һәр йортҡа – газ”

- “Берҙәм Рәсәй”, “Газпром межрегионгаз” һәм “Московский комсомолец” “Һәр йортҡа – газ”  проектын башлап ебәрҙе.

“Һәр йортҡа – газ”
“Һәр йортҡа – газ”

- “Берҙәм Рәсәй”, “Газпром межрегионгаз” һәм “Московский комсомолец” “Һәр йортҡа – газ”  проектын башлап ебәрҙе. ”Комсомолец”тың онлайн-ресурсында https://www.mk.ru/projects/gazvkazhdiydom/ эксперт комментарийҙары, яңылыҡтар, Рәсәйҙе газификациялау буйынса файҙалы мәғлүмәт һәм ошо темаға бәйле статьялар урын аласаҡ.

“Газпром межрегионгаз”дың генеральный директоры Сергей Густов һүҙҙәре буйынса, йорттарға газ индереү тураһындағы мәғлүмәт биреү  - 2021 йылда ил Президенты В. Путин ер биләмәһе сигенә тиклем газды бушлай һуҙыу тураһында указына ярашлы ҡабул ителгән программаны уңышлы тормошҡа ашырыуҙың мөһим өлөшө. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр, был программа беҙҙ райондың Дауыт ауылынан башланғыс алды. 2025 йылға тиклем илдең ярты миллиондан ашыу фатиры һәм торлаҡ йорто зәңгәр яғыулыҡлы буласаҡ.

Башҡортостанда газ үткәреү өсөн ғаризаны Күп функциялы үҙәктәрҙә, “Газпром газораспределение Уфа” компанияһының клиент үҙәктәрендә, уның рәсми сайтында, Рәсәй газификациялау Берҙәм операторы порталы, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” сайты аша  яҙырға мөмкин.

Бынан тыш, республикала социаль объекттарға - медицина һәм белем биреү учреждениеларына газ үткәреү буйынса ла эштәр алып барыла.

 
Газ үткәреүгә бәйле һорауҙар тыуһа, 8 (800) 234-05-00 телефоны буйынса консультация алырға мөмкин. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: