-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Июнь 2023, 16:15

Витебск өлкәһе менән дуҫлыҡ нығый

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы даирәләрендә Хөкүмәтебеҙ Премьер-министры Андрей Назаров Беларусь Республикаһы Витебск өлкә башҡарма комитеты менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында 2023-2025 йылдарға саралар планына ҡул ҡуйҙы.

Белоруссия яғынан документҡа Витебск өлкә башҡарма комитеты рәйесе Александр Субботин ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйыу Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советы Рәйесе Наталья Кочанова ҡатнашлығында үтте.

План сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә бер нисә йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

– Уның сиктәрендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса инвестиция тәҡдимдәре менән алмашыу, фәнни-мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, яҡтарҙың агросәнәғәт комплексын үҫтереү, яҡтар вәкилдәренең форумдар, конференциялар һәм башҡа саралар эшендә ҡатнашыуы планлаштырыла, – тип билдәләне Премьер-министр.

Берлектәге план иҡтисади, ауыл хужалығы, халыҡты социаль яҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм туризм өлкәләрендәге сараларҙы үҙ эсенә ала.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: