+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Июнь 2023, 15:09

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 40 процентҡа артҡан

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тышҡы сауҙа әйләнеше үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 38,6 процентҡа артҡан.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 40 процентҡа артҡан
Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 40 процентҡа артҡан

«Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда беҙ химия продукцияһын оҙатыу кимәлен һаҡлай алдыҡ һәм металл, аҙыҡ-түлек тауарҙары, машиналар эшләү продукцияһын ташыуҙы арттырҙыҡ. Ҡырғыҙстан быйылғы йылда Башҡортостандың 10 контрагенты-илдәре исемлегенә ингән. Былтыр ошо уҡ осорҙа Ҡырғыҙстан был иҫәпкә инмәгән ине», - тип белдергән Ҡырғыҙстанға эш сәфәре барышында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Республиканың эшлекле делегацияһының  визиты сиктәрендә унда ҡатнашыусылар Ҡырғыҙстанда потенциаль партнерҙар һәм ведомстволар, шул иҫәптән Ҡырғыҙстандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге һәм бер нисә министрлыҡ вәкилдәре менән 50-нән ашыу осрашыу үткәргән. Сәфәр «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолған.

         2022 йылда Башҡортостандан Ҡырғыҙстанға экспорт 2,3 тапҡырға артҡан. Республика химия сәнәғәте продукцияһы, ағас һәм металдар менән тәьмин иткән. Үткән йыл йомғағы буйынса Ҡырғыҙстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 1,8 процент өлөш менән 14-се урынды биләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: