+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Июль 2023, 11:25

“Ауыл ипотекаһы” күләмен 6 миллион һумға тиклем арттырылды

“Ауыл ипотекаһы” күләме ике тапҡырға – 3-тән 6 миллион һумға тиклем арттырылды.

“Ауыл ипотекаһы” күләмен   6 миллион һумға тиклем арттырылды
“Ауыл ипотекаһы” күләмен 6 миллион һумға тиклем арттырылды

Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, “Ауыл ипотекаһы” күләме ике тапҡырға – 3-тән 6 миллион һумға тиклем арттырылды

Тимәк, Рәсәйҙә ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең өй йәки фатир һатып алыу мөмкинлеге ике тапҡырға арта, тигән һүҙ. Өҫтәүенә, кредит 3 процент ставкаһы буйынса рәсмиләштерелә.

Башҡортостан, ғәҙәттәгесә, “Ауыл ипотекаһы”н биреү буйынса – алдынғы урында. Рәсәй банкы – республика буйынса Милли банк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр был программа буйынса 2,1 миллиард һумлыҡ 800-ҙән ашыу кредит бирелгән. Йыл башынан 450 ғаилә “Россельхозбанк”та “Ауыл ипотекаһы”н алған. Дөйөм сумма иһә 1,2 миллиард һум тәшкил итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: