-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Июль 2023, 09:30

500-ҙән ашыу студент ауыл хужалығында эшләй

Быйыл йәй Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында аграр университетта уҡыған 500-ҙән ашыу студент эшләй.

500-ҙән ашыу студент ауыл хужалығында эшләй
500-ҙән ашыу студент ауыл хужалығында эшләй

 

Быйыл йәй Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында аграр университетта уҡыған 500-ҙән ашыу студент эшләй.

Был турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр. Дәүләт программалары сиктәрендә ошо предприятиеларға хеҙмәткә түләү һәм йәшәү буйынса сығымдарҙы федераль һәм республика ҡаҙналарынан ҡаплайҙар.

“Миҙгелле баҫыу эштәренә студенттарҙы йәлеп итеү кадрҙарға ҡытлыҡты кәметә һәм бөтә эште тейешле ваҡыт эсендә тамамлау мөмкинлеге бирә. Ә студенттар өсөн был алған белемдәрен ғәмәлдә нығытырға һәм аҡса эшләргә ярҙам итә”, – тинеләр Министрлыҡта.

Йылдың тәүге яртыһында 64 ауыл хужалығы предприятиеһына 150 студент өсөн 6,3 миллион һумлыҡ компенсация бирелгән дә инде, йыл дауамында был сумма 23 миллион һум тәшкил итәсәк.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығынан.

Автор:
Читайте нас: