-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Август 2023, 07:53

Путин Рус география йәмғиәте ағзаларын ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рус география йәмғиәте ағзаларын һәм географик фәндәр һәм һөнәрҙәр менән бәйле бөтә белгестәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Путин Рус география йәмғиәте ағзаларын ҡотланы
Путин Рус география йәмғиәте ағзаларын ҡотланы

Дәүләт башлығы география, климатология, метеорология һәм башҡа фәндәрҙе үҫтереүҙә йәмғиәттең үҙенсәлекле ролен билдәләне.

      Уҙған осорҙа Рус география йәмғиәте Рәсәйҙәге география, климатология, метеорология һәм башҡа сиктәш фәндәрҙе үҫтереүҙә уникаль роль уйнаны, планетаның аҙ өйрәнелгән төбәктәренә тикшеренеү экспедициялары ойошторҙо, граждандар өсөн күп эшләне, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Путин.

     Бынан тыш, президент билдәләүенсә, Рус география йәмғиәте донъяға билдәле Рәсәй ғалимдарының, сәйәхәтселәрҙең, диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең исемдәрен асты.

Рус география йәмғиәте көсө менән ғилми, мәғариф, мәғрифәтселек, тәбиғәтте һаҡлау, ижади проекттар тормошҡа ашырыла, улар иҫәбендә легендар Бөтә Рәсәй географик диктанты ла бар, тип билдәләне президент.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: