+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Октябрь 2023, 14:41

Улдар үҫтергән атай

Рәсәйҙә Атайҙар көнө октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Йәмғиәттә атай абруйын күтәреү, уның ролен нығытыу маҡсаты менән булдырылған үҙенсәлекле байрам уңайынан абруйлы атайҙарҙы барларға тотондом. Ике улын күҙ ҡараһылай бәпләп үҫтергән, уларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән Айҙар ағай Шакиров күҙ алдына баҫты.

Улдар үҫтергән атай
Улдар үҫтергән атай

Үҙ яҙмышына әсе һынау булып төшкән ауырлыҡты үҙәк кенәләренә үткәндә лә, һыр бирмәй, теш ҡыҫып йәшәргә тырышҡан А. Шакиров Ярлыҡап ауылынан. Биш балалы ғаиләлә икенсеһе булып донъяға килгән. Һигеҙ йыллыҡ Ҡусҡар мәктәбен тамамлағандан һуң, уҡыуын Асҡар ауылында дауам итә.

Бәләкәйҙән летчик булырға хыялланһа ла, яҙмыш уны ғүмерлеккә техника менән бәйләй. Водитель булырға теләмәһә лә, эшләй килә, эшен дә ярата. Бөгөнгө көндә Айҙар Мөхәмәдйән улы район электр станцияһында электромонтер һәм шофер булып хеҙмәт итә.

Әрме хеҙмәтен Литва, Әзербайжан яҡтарында үтәй. 1989 йылда Салауат ауылы һылыуы Мәрйәм менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәш ғаилә ятаҡтан бүлмә алып, шунда  тора. Икеһе лә тырыш, донъя көтөүгә сос булғас, тиҙ арала Төнъяҡ биҫтәһенә өй һалалар. Дүрт йылға яҡын май шәме яндырып ғүмер итәләр.

Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы Артур һәм Айгиз исемле малайҙары тыуа. Инде яҡтылыҡ, зәңгәр яғыулыҡ үтеп, гөрләтеп донъя көтөп ятҡан мәлдә һөйөклө ҡатыны ҡара ҡайғыларға һалып, гүр эйәһе була. Ун өс һәм биш йәшлек ике малай менән япа-яңғыҙы тороп ҡала...

Керҙе ҡул менән йыуырға, балаларға ашарға бешерергә, сәйлек һыуын ҡайнатырға, малайҙарҙы тәрбиәләргә - барыһы ла мәшәҡәтле ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең эше. Булдыҡлы ир-егет аш-һыу әҙерләргә лә, эшкә йүгерергә лә, донъя көтөргә лә өлгөрә.

Ағалы-ҡустылы Артур менән Айгиз да атай йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тәртипле булып буй еткерәләр. Бөгөнгө көндә Айгиз – үҙе өлгөлө ғаилә башлығы, тормош иптәше Зарема менән ике бала тәрбиәләйҙәр, Дауыт ауылында йәшәйҙәр. CEMIX заводында эшләй. Айгиз юғары уҡыу йортон тамамлағас та, Тыуған илдәге бурысын үтәргә әрме хеҙмәтенә саҡырылған. Әстерхан өлкәһе ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Кешелекле, изге күңелле Айҙар ағайҙы эшендә хөрмәт итәләр, йәш егеттәргә үҙенең кәңәштәре менән юл күрһәтә. Ҡәҙерле атай, хөрмәтле олатай булып, донъяһын ялт иттереп тота ул. Инде һөйөклөһөнөң мәрхүмә булыуына 19 йыл үтһә лә, ҡатынының туғандары ла уны ташламай. Хәҙер ҙә араларҙы өҙмәй, ҡатнашып йәшәй улар.

“Әсәй үлһә - атай еҙнә, атай үлһә - әсәй ҡаҙна” тиҙәр. Айҙар ағайға был мәҡәл һис кенә лә ятышлы түгел, сөнки ул балаларына алмаштырғыһыҙ атай ҙа, әсәй ҙә. Кесе йәштән эшләп, табып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп үҫкән был балаҡайҙарға Хоҙай ҙа ыңғайлығын биргән. Һәйкәлгә торошло әсе яҙмышлы ике бала атаһын бөгөн барыһына өлгө булырлыҡ үҙ заманының геройы тип әйтер инем. Етемдәр булмаһын, һәр бала атайлы-әсәйле, арҡалы булып, һөйөү-наҙға күмелеп, бәхеттә генә йәшәһен!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: