-4 °С
Болотло
Быйылдан уҡыусыларға үҙҙәре һайлаған фәндән берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге биреләсәк.
Ошо хаҡта белдерҙе Ил башлығы Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә.
“Берҙәм дәүләт имтиханы системаһын камиллаштырыу талап ителә. Атап әйткәндә, сығарылыш уҡыусыларына үҙҙәре һайлаған фәндәрҙең береһе буйынса БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Уҡыусылар шул уҡ йылда ҡабаттан һынау тотоп, вуздарҙа ҡабул итеү компанияһы тамамланғансы, документтарын уҡыу йорттарына тапшырып өлгөрһөн өсөн”, - тине ул.