Форумға Төркиәнең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Танжу Бильгич, Рәсәй-Төркиә эшҡыуарҙары ассоциацияһының етәксе советы рәйесе Эрдем Аджай һәм Mir холдингы идараһы рәйесе Ибраһим Мирмахмутогуллары килеүе, шулай уҡ РәсәйТөркиә эшҡыуарҙары ассоциацияһы ағзалары, Төркиәнең Рәсәйҙә эшләгән 20-гә яҡын компанияһы килеүе көтөлә. Бынан тыш, Форумда Төркиә һәм Башҡортостан предприятиелары араһында берлектә көнбағыш гибридтарын етештереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быйыл ике ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә Төркиә 9% өлөш менән икенсе урынды биләй. Сауҙа мөнәсәбәттәребеҙ нығына, быйыл ғинуар-февралдә үҙ-ара тауар әйләнеше — 28%, ә экспорт 25 процентҡа артҡан. Республикала төрөк инвесторҙары ҡатнашлығында завод төҙөү проекты тормошҡа ашырыла.
«Нәҡ ошондай килешеүҙәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын үтәлешенә булышлыҡ итәсәк.
«Башинформ».