+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Июнь , 13:00

Бүләккә - "Осҡон" гәзите!

Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алғас,  "Осҡон" гәзите  "Осҡон" бүләк ит акцияһын иғлан итте.

Бүләккә - "Осҡон" гәзите!
Бүләккә - "Осҡон" гәзите!

"Осҡон" бүләк ит!"акцияһына ҡушылыусыларҙың ишле булыуы һөйөндөрә. Райондаштарыбыҙ ғына түгел, Әбйәлилдә тыуып үҫеп, бөгөн илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән һәм эшләгән, хатта сит илдәрҙә төпләнгән әбйәлилдәрҙең дә был акцияла ихлас ҡатнашты һәм туғандарына, дуҫтарына, ауылдаштарына, күп балалы ғаиләләргә киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит яҙҙырҙылар. Мәҫәлән,  20 йыл Испанияла йәшәгән Хәлил ауылы ҡыҙы Зөһрә Ниғмәтуллина - Гонсалес акция сиктәрендә өс ауылдашына “Осҡон” гәзитен бүләк итте.  Матурлыҡ индустрияһында эшләүсе яҡташыбыҙға Зөһрәгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ, һәр саҡ шулай изгелекле, мөләйем булып ҡалығыҙ! 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: