Азамат менән Гөлгөнәнең 14 йәшлек ҡыҙҙары үҫеп килә.
2022 йылдың сентябрендә Азамат Әхмәт улы хәрби комиссариаттан повестка ала һәм, бер ниндәй икеләнеүһеҙ, тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә китә. 2023 йылдың июнендә ҡаты яралана. Бер айҙан ашыу госпиталдә дауаланғандан һуң, ҡайтанан сафҡа баҫа. Бахмут йүнәлешендә ҡаты алыштар барғанда, Клещеевка ауылын штурмлаған ваҡытта, икенсегә яралана. Был юлы снаряд ярсығы уның башына тейә. Ҡаты яуҙа күптәр башын һала, Азаматты бик ауыр хәлдә Луганск ҡалаһындағы госпиталгә оҙаталар. Операциянан һуң ғына иҫенә килә яугир. Ике йылдан ашыу яу яланында булып, бөгөн ғаиләһе менән тыныс тормошта йәшәү хыялдары менән Азамат Суфиянов районға әйләнеп ҡайтты. Ғаиләгә именлек, бәхет, бәрәкәт, тыныслыҡ теләйбеҙ.