+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Июль , 12:35

Ағинәй әхирәттәренә "Осҡон" бүләк итте

"Осҡон" бүләк ит!" акцияһына ҡушылыусылар һаны ишле булды быйылғы подписка осоронда.

Ағинәй әхирәттәренә "Осҡон" бүләк итте
Ағинәй әхирәттәренә "Осҡон" бүләк итте

"Осҡон" бүләк ит!" акцияһына ҡушылыусылар һаны ишле булды быйылғы подписка осоронда. Мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тыуған телен һаҡлаған, тыуған ерен яратҡан, атайсалын йәндәй күргән кешеләр.

Акциябыҙға гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Атауҙы ауылынан изге күңелле Маһинур инәй Замалетдинова ла ҡушылды. Ул үҙенең әхирәттәре, ауылдаштары Йәнифә Сәйфуллина һәм Фәниә Абдразаҡоваға киләһе ярты йыллыҡҡа "Осҡон" гәзитен яҙҙырҙы.
Афарин, Маһинур инәй! Мең йәшәгеҙ, изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: