"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы(конгресы)" Башҡарма Комитеты һәм Президиумы ағзаларының башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән Амангилде ауылында июль айында үткән осрашыуҙа Эльвира Ринат ҡыҙы Ишкилде ауылын барып күрергә вағәҙә иткәйне. Ошо һүҙендә тороп ул Ишкилделә халыҡ менән осрашып, ауыл проблемалары тураһында һөйләште. Ауылдаштар көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Почтаның ваҡытында килмәүенә, интернеттың, мобиль бәйләнештең булмауын, кибеттә һыра һатыуҙы тыйыу мәсьәләләре тураһында һорауҙар булды. Ике урамды тоташтырып торған күперҙе ауыл халҡы үҙ көсө менән ремонтлап тотоп тора. Унан ДРСУ йөк машиналары карьерҙан таш ташый, ауыр йөктө күтәрә алмай күпер емерелеү хәленә еткән. Ауылдаштарҙың был һорауына Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов аңлатма бирҙе. Ауыл урамына торбалар һалып, үҙ көстәре менән тигеҙләп сыҡҡандар, хәҙер күперҙе ремонтлау мөһим мәсьәлә булып тора. Күпер төҙәтеү планға алынған. Башҡа һорауҙарға Эльвира Ринат ҡыҙы һәм район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров яуап бирҙе.
– Районығыҙҙа бик әүҙем халыҡ йәшәй. Әбйәлил егеттәре тос фекер әйтә белә. "Айыҡ ауыл" тарихы Әбйәлилдән башланды. Һеҙ үҙ тарихығыҙҙы беләһегеҙ, уны һаҡлайһығыҙ. Хәҙер, әбйәлилдәрҙең башланғысы менән, “Айыҡ ауыл” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамында республикала ҙур проектҡа әйләнде. Һеҙҙең ауылдың да республика кимәлендә "Айыҡ ауыл" статусы бар. Һыра һатыуҙы ябыуҙы юридик яҡтан дөрөҫ тыйыу тураһында һорауҙарҙы ҡарайбыҙ, әле энергетиктарҙы, электрон сигареттарҙы балаларға һатыуҙы тыйыусы закон ҡабул ителде. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) булдырыу яғын да ҡарарға кәрәк, уларҙа ҡатнашып, ауыл файҙаһына аҡса йәлеп итеү мөмкинселеге бар. Грант эшмәкәрлегенә ҡушылырға кәрәк. Ҡатнашығыҙ, проекттар төҙөргә беҙ өйрәтәбеҙ, - тине Эльвира Айытҡолова.
Был йәһәттән, район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Гафаров хәрби-патриотик спорт үҙәгенең, инвалидтар ойошмаһының НКО-ларының грант йәлеп итеү тәжрибәләре барлығын билдәләп үтте.
– Халыҡ бында әүҙем, өмә менән юлдарҙы ла төҙөкләндерә, спорт майҙансығын да бынамын итеп эшләп ҡуйҙылар, үҙ көсөнә ҡый соҡорон да кәртәләп алдылар, алда пландар ҙа күп,-тине Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Шәрәфетдин улы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Эльвира Айытҡолова әүҙем ишкилделәргә Һиммәт Шаһивәлиевҡа, Илмир Шаһивәлиевҡа, Илһам Шаһивәлиевҡа рәхмәт хаттары, ситтә йәшәп тә ауылға ярҙам итеп торған Ласын Усмановҡа, Фәнилә Ноғамановаға почет грамоталарын тапшырҙы.
Артабан Эльвира Айытҡолова мәҙәниәт йорто менән танышты. Ауыл клубы бөхтә йыйыштырылған, унда музей мөйөшө булдырылған, "Айыҡ ауыл" тип баҫылған сағыу кейеҙ балҡып тора. Мәҙәниәт йорто мөдире Сәүҙә Шаһивәлиева ауыл тарихы буйынса бай мәғлүмәт йыйған. МХО-лағы ете егет тураһында мәғлүмәт мөйөшө бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәрҙең береһе яу яланында һәләк булған. Башланғыс мәктәптә балалар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Газ, коммуникация үткәрелгән. Мәктәп уҡытыусыһы Гөлсиә Хәсәнова интернет селтәренә тоташтырылған интерактив ҡорамалдарҙың булмауын әйтте.
Фельдшер Нурия Усманова фельдшер-акушер пунктының торошо менән таныштырҙы. Пунктта ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, акушерлыҡ эше, процедуралар үткәреү бүлмәләре бар. Таҙа, бөхтә итеп йыйыштырылған бинаға өс йылдан һуң ғына капиталь ремонт планлаштырылған. Әлеге көндә ФАП һыу менән тәьмин ителмәгән, Нурия Сәлмән ҡыҙы һыуҙы күршеләрҙән ала икән. "Зәкиә" мәсетен апайлы-ҡустылы Рәхилә һәм Хөрмәт Хәсәновтар үҙ инициативаһы менән эшләй. Нигеҙен күтәреүҙә ошо ауыл егете Ласын Усманов ДЮСШ коллективы менән ярҙам итә, ауыл халҡы өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ул ваҡытта район советы депутаты булған эшҡыуар Дамир Аллаяров мәсеткә бушлай газ үткәреп биргән. Шулай итеп ауылдаштар ярҙамында, Хәсәновтарҙың үҙ сығымдарына таянып эшләнгән мәсет 2012 йылда Республика көнөндә ауылдаштарға бүләк була. Ауыл халҡы мәсеткә Хәсәновтарҙың әсәһенең исемен биргәндәр. Зәкиә апай 38 йәштә тол ҡалып, биш баланы аяҡҡа баҫтырған. 85 йәшлек әсәй-өләсәй мәсет түрендә ололар менән бергә ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Ишкилде ауылы үҙенең матур ғаиләләренә хас булғанса гөрләтеп донъя көтә, өйҙәре лә күркәм, ишек алдары таҙа, ялт итеп тора. Алға матур пландар ҡороп, тыныслыҡ, ғаиләләрҙең именлеген теләп йәшәй дәррәү халыҡ.