-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Сентябрь , 11:14

Эшҡыуарҙар һаны арта

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 4,9 процентҡа артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Эшҡыуарҙар һаны арта
Эшҡыуарҙар һаны арта

 Әлеге ваҡытта республикала 136,7 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Шулай уҡ үҙмәшғүлдәр һаны артыуы күҙәтелә: 237 меңдән ашыу кеше рәсми теркәлеүҙе һәм махсус һалым режимын һайлаған. Был уҙған йылдағы мәғлүмәттәрҙән 27,8 процентҡа күберәк.

2024 йылдың 10 сентябренә республикала микропредприятиелар һаны 5 процентҡа артып, 132,1 мең билдәһен үткән. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының дөйөм һанынан 96,6 процент тәшкил итә. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны артыуы теркәлгән. 2024 йылдың беренсе кварталында бәләкәй һәм урта компаниялар әйләнеше 203 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Был уҙған йылдың беренсе кварталына ҡарағанда 21,1 процентҡа күберәк.

Был, үҙ нәүбәтендә,  “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү “ милли проекты үәтәлешенә лә тос өлөш.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: