7-се класҡа Байым урта мәктәбенә уҡырға бара һәм атаһының икенсе ғаиләһендә 9-сы класты тамамлай. 1996 йылда Магнитогорск ҡалаһында 104-се һөнәрселек училищеһының дипломын ҡулына ала. Ошо уҡ йылда Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына хеҙмәткә алына. Чечняла интернациональ бурысын үтәй,ул хәрби хәрәкәттәр ветераны. 2024 йылдың июнь айында контракт буйынса Түбәнге Новгород ҡалаһынан махсус хәрби операцияға юллана. Алмас махсус хәрби операцияға китеүен туғандарына хәбәр итмәй. 15 августа Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында барған хәрби бәрелештә батырҙарса һәләк була.
Яугир яҡташыбыҙҙы тыуған ауылында һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙаттылар. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән яугирҙың улы Әлмирҙең, бер туған апайы Нажиәнең, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Район хакимиәте исеменән хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров сығыш яһаны. Ул беҙҙең яҡты киләсәк, тыныс тормош өсөн баштарын һалған батырҙарыбыҙ халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланырға тейешлегенә баҫым яһаны, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып.
Ике туған апайы Рәшиҙә Малыбаева батырҙың тормош юлы менән таныштырҙы. Алмастың ғүмер юлы ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт алсаҡ, ярҙамсыл булыуы тураһында һөйләне.
-Әсәйһеҙ ҡалғанда Алмас алты айлыҡ, апайы Нажиә биш йәшлек кенә ине, өс туғандары бәлиғ булғайны. Әрме сафтарынан ҡайтҡас, егет Мораҡай ауылы ҡыҙы менән тормошон бәйләп, үҙенең ғаиләһен ҡорҙо, улы тыуҙы. Һуңғы йылдарҙа Белорет ҡалаһында йәшәне, эшләнең, - тип һөйләне ул.
Ауылдың имамы Әсғәт Әхтәмов мәрхүмдең аятына бағышлап ҡорбан салған, туғандары, ауылдаштары яугирҙе мәсеттә иҫкә алды.
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың бер туған апайы Нажия Шәғәли ҡыҙының, улы Әлмирҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр! Һинең турала яҡты иҫтәлек хәтерҙә мәңге һаҡланыр.