-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Октябрь , 00:50

“Ер йөҙөндәге иң матур урын...”

Асҡарҙа Ҡоръятмаҫ тауы башына күтәрелеү һуңғы осорҙа бик популяр ғәмәлгә әйләнде. Кемдәр генә унда барып фотоға төшмәне, көҙгө тәбиғәт менән хозурланманы, ҡояш байыуын күҙәтмәне, ус төбөндәгеләй күренгән Асҡар панорамаһын байҡаманы икән?! Хатта социаль селтәрҙәрҙә был күренеш үҙенә күрә “Мин дә барып күрҙем...” тигән бер трендҡа – фотофлешмобҡа әйләнде. Ҡоръятмаҫты тартыу үҙәгенә әүерелдереүсе сәбәп – ул тау башында хасил булған тимер бәүелсәк. Кем, ҡасан, ни өсөн ҡуйған – бына был асыҡ ҡалған һорау халыҡ араһында хатта риүәйәттәр тыуҙырҙы. Имеш, бер егет бында һөйгәненә тәҡдим яһаған икән тип тә ишетелде. Машинаны “Асҡар уттары” кафеһы янында ҡалдырып, артабан тауға йәйәүләп күтәрелгәндә коллегалар менән ошо турала һөйләшеп барҙыҡ. Әүһәләкте ҡуйған егет тураһында мәғлүмәт табып, шул хаҡта яҙырға ине тип хыялланып та алдыҡ. Аллаһы Тәғәләнең “Амин!” тип әйткән сағына тура килдеме ¬– тау үрендә, уйламаҫтан, сер асылды...

“Ер йөҙөндәге иң матур урын...”
“Ер йөҙөндәге иң матур урын...”

Алыҫтан бәүелсәк янында кешеләр барлығы күренде. Әйткәндәй, бейек машинала тауҙың үренә тиклем менеп етергә лә була икән. Был өлкән ғаилә пары шулай иткән дә. Яҡыная килә уларҙы танып, ихлас сәләмләнек – мәғариф ветерандары Зифа һәм Вәлит Зәйнуллиндар! “Көҙгө матур көндә беҙ ҙә барып күрәйек тип килдек әле”, – тип ҡаршыланы улар. Тимер торбаларҙан иретеп йәбештерелгән, суҡлап таҫмалар бәйләнгән әүһәләкте эшләгән билдәһеҙ егеткә рәхмәттәр уҡый-уҡый беҙ ҙә, балаларса ҡыуанып, алмаш-тимәш бәүелеп алдыҡ. Таныштарыбыҙға үҙебеҙ белгән имеш-мимештәрҙе бер тында һөйләп ташланыҡ. “Кем икән ул егет?” – тип серле йылмайҙы Вәлит Әхмәтшәриф улы. Шул йылмайыу артында ниҙер һиҙенеп: “Әллә һеҙ беләһегеҙме?” – тип уға төбәлдек. Зәйнуллиндарға: “Беҙҙең бәләкәй малай”, – тип серҙе сисеүҙән башҡа сара ҡалманы. Тик теге телдән-телгә таралған риүәйәт халыҡ ижады ғына булып сыҡты.

“Улыбыҙ һеҙ генә күргәнегеҙ юҡ тигәс, бөгөн тәүгә килеп торабыҙ”, – тине Зифа Рәхимйән ҡыҙы. Ә беҙ уларҙы тап итеүебеҙгә ныҡ ҡыуандыҡ. Бына бит: бирәм тигән ҡолона... 

Бер-бер артлы һорауҙар яуҙыра башлағас, Вәлит Әхмәтшәриф улы тау башынан тороп Межгорьела тәфтишсе булып эшләгән улына видеобәйләнешкә сыҡты. Ваҡиға урынынан пресс-конференция ойошторҙоҡ. Динир һорауҙарыбыҙға асыҡлыҡ индерҙе:

– Был идеяны башымда күптән йөрөтә инем. Быйылғы отпускымда, ниһайәт, тормошҡа ашырырға яҙҙы. Ул, ысынлап та, мөхәббәт ерлегендә тыуҙы. Конкрет кешегә ҡарата түгел, ә тыуған еремә оло һөйөү нигеҙендә. Мине һөйгән ҡыҙыма ошо тауҙа тәҡдим яһарға теләй икән тип һөйләгәндәрен үҙем дә ишеткәнем булды, – тине ул көлөмһөрәп. – Ҡоръятмаҫҡа күтәрелгән һайын тау итәгендә йәйелеп ятҡан Асҡар панорамаһына гел дә һоҡланып ҡарай торғайным. Күҙ алдымда асылған матурлыҡты башҡалар ҙа күрһен, йәнтөйәгебеҙҙең гүзәллегенән күңелемде биләп алған әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғоларҙы бүтәндәр ҙә татыһын ине тигән уйымдан ошо урында әүһәләк ҡуйыу ниәте барлыҡҡа килде. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ бейеклектә әүһәләктә эйәһегеҙ, сәстәрҙе ел туҙғыта, ә аҫта бөтә матурлығында тыуған ауылыбыҙ күренеше асыла. Ҡыҫҡаһы, был ябай ғына бәүелсәк түгел тимәксемен, тәбиғәт менән бер бөтөнгә әйләндереүсе илаһи мәл дә ул, тыуған еребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ла, таң ҡаршылай һәм ҡояш байыуын оҙатып ҡала торған Ер йөҙөндәге иң матур, иң яҡын урын ул.

Динир идеяһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән дуҫтарын – Данил Ҡужин менән Азамат Мырҙабаевты ла телгә алды. Материал һатып алып әүһәләкте эшләгәс, егеттәр уны “Газель” машинаһына тейәп тауға мендереп ҡуйған. Был август айында булған. Шунан бирле Динир Зәйнуллин яратҡан тау түбәһенә күтәрелеүселәр ағымы көндән-көн көсәйә бара. Арыу уҡ тапалған юл һалынған. Беҙ булғанда ғына бында өс төркөм кешеләр килеп китеүенә шаһит булырға тура килде. Һүҙ юҡ, иҫ киткес матур урын һәм үҙеңде ҡош кеүек ҡанатлы, ирекле итеп тоя торған әүһәләк! Идея авторы уны “Ветреный” төрөк сериалындағы бәүелсәккә оҡшатып эшләүен дә әйтте, елгә елберләгән таҫмалары иһә үҙебеҙҙең Башҡортостан байрағын хәтерләтә. Металл конструкцияны яҡшылап ергә нығытып ҡуяһы бар әле, тине егет. 

Тик хозурлыҡтың йәмен ебәргән бер нимә өсөн күңел ҡырылды. Ул да булһа – ташлап кителгән аҙыҡ-түлек ҡаптары. Ошонда ла тығынмаһалар башҡа урын юҡ, күрәһең, йәнем дә көймәһә. Ярай, һәр кемдең үҙ мәйеле, ашаһындар ҙа ти, арттарынан ҡалдыҡтарын ҡалдырмаһындар ине. Әгәр артабан да былай дауам итһә, илаһи урын сүп-сар яланына әйләнәсәк бит. 

Ә тыуған ерҙең матурлығына ғашиҡ Динир егеткә һәм шундай илһөйәр ул тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр килеп күрегеҙ – һоҡ-лан-ғыс!

“Ер йөҙөндәге иң матур урын...”
“Ер йөҙөндәге иң матур урын...”
“Ер йөҙөндәге иң матур урын...”
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: