Яңы Фехтование үҙәге – төрлө кимәлдәге ярыштар уҙғарыу һәм күнекмәләр өсөн техник мөмкинлектәре булған заманса спорт комплексы. Объект 2024 йылдың 1 октябрендә файҙаланыуға тапшырылған. Уның дөйөм майҙаны 6,2 мең квадрат метрҙан ашыу, бер юлы 250 кеше ҡабул итә ала.
Үҙәк үҙ эсенә бер нисә залды ала – дөйөм алғанда 28 фехтование юлына иҫәпләнгән универсаль, махсуслаштырылған һәм күнекмәләр залы. Бинала шулай уҡ тренажер залы, ял итеү бүлмәһе, бассейн, ашхана, экипировка һәм ҡорал ремонтлау буйынса оҫтахана, конференциялар залы бар. Үҙәкте йыһазландырыу өсөн Рәсәй Фехтование федерацияһы 90 миллион һумға илебеҙҙә етештерелгән махсус ҡорамалдар һатып алған.
Владимир Путин Фехтование үҙәгенең майҙансыҡтарын ҡараны һәм спортсылар менән аралашты. Рәсәй Президенты, спортсыларҙан комплекс оҡшаймы, тип ҡыҙыҡһынды һәм улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты