Атайсал
8 Ноябрь 2024, 00:50

“Чукотка” атом боҙватҡысы һыуға төшөрөлдө

Президент видеоэлемтә аша «Чукотка»атом боҙватҡысын һыуға төшөрөү тантанаһында ҡатнашты. #ВладимирПутин

“Чукотка” атом боҙватҡысы һыуға төшөрөлдө“Чукотка” атом боҙватҡысы һыуға төшөрөлдө
“Чукотка” атом боҙватҡысы һыуға төшөрөлдө

Яңы боҙ ватҡыс Балтика заводында «Росатом»дәүләт корпорацияһы заказы буйынса төҙөлә. Ул 22220 проектының бишенсе атом судноһы була. Был атом боҙватҡыстары донъяла иң ҙур һәм ҡеүәтлеләре булып тора. Уларҙың бурысы – Арктикала йыл әйләнәһенә навигация тәьмин итеү.

 Сара барышында шулай уҡ сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов һәм «Росатом»дың генераль директоры Алексей Лихачев ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас