Атайсал
15 Ноябрь 2024, 06:55

Балыҡсылыҡ хужалыҡтары өсөн субсидиялар

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы балыҡсылыҡ предприятиеларынан субсидияларға ғаризалар ҡабул итә. Дөйөм алғанда, республика тармағына булышлыҡ итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 30 миллион һум бүленә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Балыҡсылыҡ хужалыҡтары өсөн субсидияларБалыҡсылыҡ хужалыҡтары өсөн субсидиялар
Балыҡсылыҡ хужалыҡтары өсөн субсидиялар

Был тәңгәлдә эш алып барған хужалыҡтар һатып алынған ем һәм селбәрә хаҡының 40% тиклем компенсация алырға мөмкин.

Башҡортостанда йәмғеһе 70-тән ашыу балыҡсылыҡ хужалығы эшләй, 2023 йылда улар 1,1 мең тонна тауар балығы етештергән.

Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, балыҡсылыҡ предприятиелары дәүләттән башҡа ярҙам сараларына ла иҫәп тота ала. Мәҫәлән, ҡыҫҡа ваҡытлы һәм инвестициялы льготалы кредиттар, фермер гранттары, республика программаһы сиктәрендә ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау.

Бындай ярҙам саралары “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын яҡлау” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Сығанаҡ:Башинформ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас