Атайсал
25 Ноябрь 2024, 04:45

Мәсет төҙөү — сауаплы эш

Хоҙай ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй тиҙәр. 6 сентябрь изге йома көнөндә дин әһелдәре намаҙҙан сығып ҡайтҡандан һуң Хәлил ауылының «Мәсғүт» мәсетендә сыҡҡан янғын да һынамаҡ өсөн бирелгәндер. Был һынауҙы Хәлил халҡы мосолман ҡәрҙәштәр, мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән лайыҡлы үтеп килә.

Мәсет төҙөү — сауаплы эшМәсет төҙөү — сауаплы эш
Мәсет төҙөү — сауаплы эш

Совет власы килгәс, Хәлилдә боронғо мәсеттең манараһын коммунистар ҡолатып төшөрһә, был юлы ҡыҙыл әтәс баш бирмәй: халыҡты 29 йыл хаҡ юлдан әйҙәгән иман йорто күҙ менән ҡаш араһында көл-күмергә ҡала. «Иң ҡыйыны манараның ҡолауы булды. Иң ҡәҙерле нәмәбеҙҙе юғалтҡандай илап ҡарап торҙоҡ», — тине янғындың шаһиты булған ауылдаштарым.

Ҡаза шаңҡытһа ла, юғалып ҡалманы хәлилдәр. Аҙан тауышы оҙаҡҡа тынмаясаҡ тип дөйөм көс менән яңы мәсет төҙөргә тәүәккәллек ҡылдылар. Ашығыс рәүештә төҙөлөш өсөн аҡса йыйыу иғлан ителде. Ир-уҙамандар мәсет биләмәһен янғын ҡалдыҡтарынан таҙартыу буйынса өмәгә дәррәү сыҡты, техника менән ярҙам итеүселәр байтаҡ булды. «Асҡар» МУП-ы погрузчик бүлде, Таштимерҙә йәшәүсе Хәлил ауылы улы Илдар Әлибаев экскаваторы менән килде (әйткәндәй, нигеҙҙе лә ул ҡаҙҙы), Миҙәхәт Сәйфетдинов кун менән эшләне, Фәнис Уйылданов, Сабир Ҡусҡаров һәм Буранбай Уйылданов шәхси тракторҙарында ҡый түкте.

Дин әһелдәре ауыл активы менән мәсетте ҡайҙа төҙөү мәсьәләһе буйынса кәңәш-төңәшкә йыйылды. Юғиһә, һуңғы ваҡиғалар солғанышында халыҡ фекере өскә бүленергә өлгөргәйне — берәүҙәр шул уҡ урында нигеҙ күтәреүҙе хуплаһа, икенселәр янғын булған ерҙә төҙөргә ярамай тип боронғо мәсеттең урынын тәҡдим итте, өсөнсөләр бөтөнләй башҡа вариантҡа туҡталды. Яңы ергә рөхсәт алыу, уны рәсмиләштереү, документтар эшләтеү мәшәҡәтле генә түгел, күп ваҡытты аласаҡ тип мәсетте элекке биләмәһендә, янған урындан ситтәрәк төҙөү ҡарар ителде. Ҡорбан салып, буласаҡ нигеҙ янында намаҙ уҡып фатиха алғас, халыҡ көсө һәм ярҙамы менән эш башланды.

Мәсет төҙөлөшөнә бөтә район, Башҡортостан халҡы һәм күрше Силәбе өлкәһенән яҡташтар, мосолман ҡәрҙәштәр өлөш индерҙе тиһәм бер ҙә яңылыш булмаҫ. Күптәр аҡсалата ярҙамды иҫәпкә күсерһә, яҡын-тирәлә йәшәүселәр хәйерҙе ҡулдан биргән. Магнитогорскиҙа йәшәүсе Таңһылыу Мәсәлимова ҡаланың «Презент» баҙарында саҙаҡа йыйыу ойоштороп, ауылдаштарына 164200 һум аҡса алып ҡайтып тапшырһа, Асҡарҙа уҡытыусы булып эшләгән Сәриә Дауытова район үҙәге магазин-кафеларына ҡуйған банкаларға 36 мең һумдан ашыу иғәнә йыйыла. Атаһы — 1995 йылда асылған иман йортоноң тәүге имамы Мәсғүт Мортазиндың исемен йөрөткән мәсетте тергеҙеүгә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Гөлсинә Моратова шәхсән үҙенең исеменән 50 мең һум аҡса биргән. Әйткәндәй, онлайн саҙаҡа йыйыу хәҙерге имам Вәхит Сәйфетдиновтың һәм Мәсғүт апаның ҡыҙҙары Гөлсинә Моратова менән Фәриҙә Ғәзизованың (шулай уҡ дин юлындалар) шәхси иҫәптәренә башҡарылған. Казначейҙар итеп билдәләнгән Салауат Ирназаров, Фирүзә Мырҙабаева һәм Зәбир Булатов ингән-сыҡҡан аҡса буйынса тиненә тиклем иҫәп алып бара.

Мәсетте төҙөүгә бөтәһе 2,7 миллион һум аҡса йыйылған. Бынан тыш, ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ! Техника, төҙөлөш материалдары, төҙөлөш буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр, ҡул көсө...

Мәсет төҙөгән кешегә әхирәттә һарай һалырмын, тиелә изге Ҡөрьәндә. Иншалла, бөгөнгө замандаштарыбыҙ араһында ошо хәҡиҡәткә инаныусыларҙың күп булыуы Хәлил мәсетенә ярҙам итеүселәр миҫалында асыҡ күренде. Белмәгән-күрмәгән ете-ят кешеләрҙең ярҙамһыҙ ҡалдырмауы бер ҡыуандырһа, ҡаза Хәлил ауылы халҡын да берләштерҙе, изгелекле булмыштарын асты. Шуға ла төҙөлөш йылдам темп алды.

Аҙна-ун көндә нигеҙ әҙер булды. Иң беренселәрҙән булып ярҙам күрһәткән Хәлил кейәүе Айнур Ҡужахмәтов биргән таҡта опалубка итеп ҡулланыла, уны алып килеүҙә һәм нигеҙ блоктарын күсереүҙә эшҡыуар Рамаҙан Шаһыбалов техника менән ярҙам итә. Ҡаланан бетон иҙмәһен миксер менән ташыуҙы Асҡар эшҡыуары Рөстәм Шәғәлин үҙ өҫтөнә ала. Сиҙәмдән фермер Рәғип Тайсин, Булат ауылы эшҡыуары, Хәлил кейәүе Марсель Байбулатов ҡом килтереп ауҙара. Ә төп эште, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ауыл ир-егеттәре башҡара. Ошо урында Хәлилдән эшҡыуар Илфат Сәйфетдиновтың оҫта ойоштороусы-стратег булыуын да билдәләп үтке килә. Уның етәкселегендә төҙөлөш бер көнгә лә туҡтап торманы, материалдар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булманы, өмәләр ойошторолдо. Бөтә план-ниәттәр, иғландар баштан булдырылған «Хәлил ауылы мәсетенә ярҙам» чатында яҙып барылды һәм ошонда уҡ яҡтыртылған көндәлек башҡарылған эш буйынса фотоотчет тағы ла шәберәк эшләргә дәртләндерҙе. «Үҙебеҙ ауылыбыҙҙың патриоттары булмаһаҡ, ул мәсет ситтәргә кәрәкмәй. Имам булараҡ, олоғайған атайым төҙөлөш тип йүгереп йөрөһә, дөрөҫ булмаҫ ине. Икенсенән, Мәсғүт олатайым рухы алдында ла ҙур яуаплылыҡ тоям. Ололарға артыҡ көс һалмай, өмәләргә  йәштәр һәм урта йәштәгеләрҙе йәлеп итеп арыу уҡ эш башҡарҙыҡ. Күпселек йәштәр ҡырҙа йәшәй, улар ҙа хәлдәренсә ҡайтып тора, өмәләрҙән ауылыбыҙҙың кейәүҙәре лә ситтә ҡалмай. Төҙөлөштөң дәррәү барыуы менән бик ҡәнәғәтмен. Ойоштороу эштәрендә мин бер үҙем түгел. Васил Хисмәтуллин, Линар Мусин, Арслан ағай Сарбаев, Руслан Ибраһимов һәм Венер Дәүләтшин шулай уҡ күп көс һалалар», — ти Илфат Вәхит улы.

Мәсетте замансалап ҙур итеп төҙөргә ҡарар ителә. Материалдарҙы ташыуҙа, бушатыуҙа күптәр техника менән ярҙам итә. Язар Йыһаншин прицеплы «КамАЗ»ы менән ике тапҡыр шлакоблок килтерә. Руслан Йыһаншин таҡта ташый. Венер Дәүләтшин тимер, цемент алып ҡайта. Хәлилдәргә кейәү тейешле Ташбулат ир-егете Илнур Ялалов бушлай ҡоҙоҡ ҡаҙып бирә.

«Мәсет төҙөлөүгә» тигән һүҙҙең ҡеүәте, хикмәт шикелле, төҙөлөш баҙарында ла тәьҫир итә, һатыусылар тауарҙарына хаҡты төшөрә, йә үҙҙәренән өлөш индерә. «Урындарҙа» эшләгән ауылдаштарҙың һөйләшә белеүе лә эштә ыңғайлыҡтарын бирә. Урмансылыҡта етәксе вазифа биләгән Илгиз Кинйәбулатов ағас менән булышҡан эшҡыуарҙарҙы изге эшкә йәлеп итә. Евгений Нагнибеда, Юнир Ғәбитов таҡта һәм өрлөклөк брустар бирә. Рамаҙан Шаһыбалов стропилалар менән ярҙам итә, манипулятор ебәрә. Рәғип Тайсиндың шлакоблок бушатыуға һәм аҙаҡ өрлөк-балкаларҙы күтәреп һалыуға кран биреүен, эш барышында Ринат Ҡусҡаров һәм Артур Ғибәҙәтовтың өҫтәмә рәүештә ҡом алып килеүен дә билдәләп үтеү зарур.

Күмәк эштә баш-баштаҡлыҡ итмәй, төҙөлөштөң һәр этабын белгес-оҫталар ҡулына ышанып тапшырыу дөйөм уңышҡа килтерә. Стена күтәреү буйынса яуаплылыҡты данлыҡлы Дәүләтовтар нәҫеле кейәүе Ишҡолдан Мәхмүт Әбдрәхимов ала. Уның етәкселегендә ташсылар бригадаһы — Күсейҙән Юлай Әхмәтов, Ғәли Кәримов, Басайҙан Булат Кәримов, Азамат Ҡотлогилдин 4 октябрҙә шлакоблок һала башлай һәм егерме көн эсендә 10х14 метрлыҡ бинаны күтәрә.

Ҡыйыҡты өмәләп ябалар. Был эштә прораб булып Руслан Шөғүров йөрөй. Кеше күпләп йыйылғанда бер юлы тупһа эшләү, түбәгә таҡта ҡағыу, түшәмде йылытыу, виброкаток менән иҙән төйөү эштәре лә башҡарыла. Иретеп-йәбештереүселәр Айҙар Шәмғолов, Раил Мөхәмәтғәлин һәм Фәрхәт Мусин тимер профилдәрҙән буласаҡ манараның каркасын эшләй. Хоҙай Тәғәлә көнөн дә бирә. Башҡа яҡтарҙа ҡар яуып һалһа, мәсеттең башын япҡансы Хәлилдә көн боҙолмай матур тора.

Ҡатын-ҡыҙҙар иһә өмә һайын ашатыуҙы ойоштора. Уларҙы ла билдәләп үтәйек: Гөлбикә һәм Луиза Сәйфетдиновалар, Әлмира Әбделғазина, Мөхтәримә Уйылданова, Рәсимә Мәзғүтова, Рәйлә Юлмөхәмәтова, Фәйрүзә Ласынова, Миңзәлә Төркмәнова, Фәүҡинур Мусина, Сәриә Дауытова, Фәнүзә Ғәлина, Миңзифа Мөхтәрова, Гөлназ Ғибәҙәтова, Сәлиә Ҡусҡарова, Яҙгөл Әминева һәм башҡалар. Ҡорбан ашатыуға ике тапҡыр Римма Ташбулатова кафеһын бирә.

Пластик тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылғас, диндарҙар яңы мәсеткә тәүге йома намаҙына йыйыла. Әйтергә кәрәк, тимер ишекте Асҡарҙан Артур Сөләймәнов биргән, ул ҡарлы-буранлы көнгә ҡарамай, үҙе килтереп  ҡуйып ҡайтҡан. Өфөлә заказ менән эшләтелгән соланға инеү төркөмөн Амангилденән Морат Исҡужин алып килеп биргән.

Ер туңмаҫ борон Илдар Әлибаев, Илнур Аҫылбаев, Нәғим Сәйетбатталов  һәм Мәғәфүр Булатов соҡор ҡаҙып канализация системаһын һала. Кольцоны Венер Ғәлимов  биргән. Махсус техника менән Хәлил кейәүе — «Асҡар» МУП-ы директоры Азамат Мортазин ярҙам иткән.

Әлеге ваҡытта иман йортонда эске эштәр бара. Айрат Ғәлимов һәм Ишбулды ауылынан Илдар Боҫҡонов электр үткәргән, Азамат Ғәзизов менән Салауат Ирназаров уларға ярҙам иткән. Алдан әйткән һүҙендә тороп, Руслан Ғәлин янғын сигнализацияһын һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаларын ҡуйған. Фирҙәүес һәм Иҙел Рәмовтар стеналарҙы штукатуркалау менән мәшғүл. Ошо аҙнала хәлилдәр өмәләп йылы иҙән һалды. ММК-ла иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән Фәрит Хоҙайбиргәнов эшләп килтергән семәрле ҡапҡаны ла урынлаштырып ҡуйҙылар.

Алда бүлмәләр бүлеү (айырым кухня һәм санузел да буласаҡ), һыу, канализация системаларын үткәреп бөтөү, түшәм-стеналарҙы күркәм күренешкә килтереү буйынса байтаҡ күләмле эштәр сираты көтә. Ҡалала төҙөлөштә эшләүсе Фәнүзә Мәжитова санузелға кафель йәбештереп бирергә теләк белдергән. Аҡса йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Таңһылыу Мәсәлимова  иҙәнгә келәмдәргә заказ биргән, шулай уҡ тәҙрәләргә гардин-селтәрҙәр һатып алыу маҡсатында Магнитогорскиҙа йәшәүсе ауылдаштар араһында саҙаҡа йыйыуҙы ойошторған.

— Әлхәмдулилләһ, Аллаһы Тәғәлә йүнен биреп тора. Яңы йылға яңы мәсетебеҙгә инергә уйлайбыҙ. Халыҡ көсө менән эш бик ыңғай һәм дәррәү бара. Йәштәребеҙҙең таһыллығын, һәр эшкә маһир булыуын да күрһәтте был һынау. Беҙгә эш тейҙермәнеләр тиерлек. Өмәселәрҙе ашатыуҙы ойошторған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренә ҙур сауап алды. Йома намаҙҙары туҡталманы: өй беренсә үткәреп торабыҙ, дини уҡыуҙар ҙа өҙөлмәне, ауыл китапханаһында  дауам итә, — ти имам Вәхит Сәйфетдинов.

Ай үҫәһен көн үҫеп Абдулла тауы башында яңынан ҡалҡып сыҡҡан Хәлил мәсетендә тиҙҙән аҙан тауышы яңғырарға яҙһын. Әлбиттә, эшләйһе эштәр ҙә күп әле. Шуға күрә төҙөлөш материалдарына аҡса йыйыу дауам итә. Был изге эшкә ҡушылырға, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләүселәр өсөн мәсет имамының телефон һандарын ҡалдырам — 89053089126 (Вәхит Әсғәт улының Һаҡлыҡ банкыһы картаһы ла ошо телефонға бәйләнгән).

Изгелек ҡыл да һыуыға һал — Халиҡ белер, ти халыҡ аҡылы. Изге юлдан атлаған ауылдаштарымды, ярҙам иткән бағыусыларҙы халыҡ та белһен тигән маҡсатта һәр береһен исемләп мәҡәләмдә яҙып үтергә тырыштым. Ҡайһы берәүҙәр яңылышлыҡтан ҡәләмем осона эләкмәй төшөп ҡалған булһалар — ғәфү итһендәр, сауаптары һис шикһеҙ ғәмәл дәфтәренә яҙылмай ҡалмаҫ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас