-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Декабрь , 14:17

Берҙәм булғанда беҙ көслөбөҙ!

12-14 декабрҙә баш ҡалала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтәсәк. 2019 йылғы съездан алып быйылға тиклем ниндәй эштәр башҡарылған һәм нимәләр планлаштырыла, делегаттар ҡоролтай йыйынынан нимәләр өмөт итә? 3 декабрҙә үткәрелгән тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында хәстәрлек күрелеүе, уны һанлаштырыу буйынса күп эштәр алып барыуы тураһында әйтте.

Берҙәм булғанда беҙ көслөбөҙ!
Берҙәм булғанда беҙ көслөбөҙ!

Һуңғы биш йылда ҡоролтайҙың республика кимәлендә эшләгән эштәре байтаҡ. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм башҡорт халҡының традицияларын һаҡлау буйынса йыл да  «Башҡорт аты» фестивале уҙғарыла, башҡорт халҡының тарихын һәм йолаларын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү буйынса «Салауат ере» мемориал комплексы асылды. 2024 йылдың 11 мартында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо. Был республикабыҙ музыка сәнғәтенең үҫеш тарихында мөһим ваҡиға тип билдәләнде. Билдәле объекттарға килгәндә Евразия күсмә цивилизациялар, Шүлгәнташ музейҙары булдырылды. «Яҡташлыҡ көсө — Атайсал» проекты ла ҙур танылыу яуланы, проектта ҡатнашыу өсөн ҙур байлыҡҡа эйә булыу мөһим түгел, ауылдаштарыңа өмәләрҙә ярҙам итеү, байрамдар ойоштороу һәм башҡалар ҙа етә. Радий Хәбиров Ватаныбыҙҙың үҙ геройҙарын онотмауын бер нисә тапҡыр эш менән иҫбатланы. Комдив Миңлеғәле Шайморатов, полярник Валериан Альбановтың исемдәре ҡайтарылды. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан төрлө проекттар булдырыла, район һәм ҡалаларҙа полилингваль мәктәптәр төҙөлә. "Айыҡ ауыл" проекты тергеҙелеп эшләп килә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә» интернет селтәрендә ошондай һүҙҙәр яҙҙы: «Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн күп эшләйбеҙ, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында. Уларҙы яңы, заманса уҡытыу алымдары менән ҡыҙыҡһындырабыҙ, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар тәҡдим итәбеҙ. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу — бындай эштең яҡшы өлгөләренең береһе».

Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы 1996 йылдан йәмәғәт ойошмаһы булараҡ эш башлай. Ойошманың эшмәкәрлеге башҡорт халҡының үҙаңын, традицияларын һаҡлауға, туған телебеҙҙе яҡлауға, бай тарихыбыҙҙы киләсәк быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән.

Һуңғы йылдарҙа был ойошмаға Әбйәлил районы мәғлүмәт үҙәге директоры Вил Илһамов етәкселек итә.  Ошо ваҡыт арауығында әбйәлилдәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индереп эшмәкәрлек итә, район ҡоролтайы тарафынан бик күп эштәр башҡарыла. Район халҡының рухи үҫеше өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыла, Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында закондың үтәлеше контролдә тотола, халыҡ  һаулығын һаҡлау һәм демографик хәлде яҡшыртыу буйынса даими саралар үткәрелә, йәш быуынға белем биреү системаһы камиллаштырыла, дәүләттең йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, уларҙы әүҙем йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, спортҡа, мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙа ныҡышмалы эш алып барыла.

Үҙебеҙҙең районға әйләнеп ҡайтҡанда 91 ауыл иҫәпләнә. Уларҙың күпселеге Тамъян ырыуына ҡарай. Унан тыш, Бөрйән ырыуы булдырған Әбдрәш, Булат ауылдары, Түңгәүер ырыуына ҡараған Ишҡол, Тәпән, Ҡырҙас, Әхмәт, Исҡужа, Асҡар ауылдары, тағы ла Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Хәлил ауылы биләмәһе халҡы, Күбәләк ырыуы булдырған Байым ауылы биләмәһе халҡы ауылдары татыу йәшәп килә. Райондың хәл-ваҡиғаларында уның социаль-иҡтисади үҫешендә бөтә ырыу вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша.

2022 йылда беҙҙең районда Түңгәүер ырыуы башҡорттары йыйыны уҙғарылды. Унда Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Белорет, Йылайыр түңгәүерҙәре менән бер рәттән беҙҙең районда йәшәгән ырыуҙаштар ҡатнашты. Сара сиктәрендә район үҙәгендә Түңгәүер ырыуы башлығы Күҫәп Солтанғоловҡа бюст асылды, Асҡарҙа, Ҡырҙаста, Ишҡолда Түңгәүер парктарына нигеҙ һалынды.

Әлеге көндә районда ошондай уҡ, республиканың Тамъян ырыуы вәкилдәренең йыйынын үткәреү буйынса әҙерлек сиктәрендә быйыл октябрь айында ырыу башлығы Шәғәле Шаҡман иҫтәлегенә Юлдаш ауылында, билдәле сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяниға Асҡар үҙәк китапхана бинаһында таҡтаташтар ҡуйылды.

Унан эстафета Күбәләк ырыуына күсә. Әйткәндәй, Күбәләк ырыуы ҡорбашы Исрафил Йәнсәйетов етәкселегендә Белорет, Учалы райондары ырыу вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнештә эш алып баралар. Йыш осрашып, район-ара төрлө саралар үткәрәләр.

— 2019 йылда үткән ҡоролтайҙа үҙебеҙҙең ырыуға ҡарата ҡуйылған бурыстарҙың күпселек өлөшө үтәлде тип һанайым. Илдә ҡатмарлы осор хөкөм һөргәндә, беҙ йәштәрҙә патриотик тойғолар үҫтерергә бурыслы. Ошо юҫыҡта Рәхмәттә ауыл халҡы инициативаһы менән «Еңеү паркы» асылды, 2021 йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына стелла ҡуйылды. Унда 53 яугирҙең исеме теркәлде, һәр береһенә унышар төп шыршылар ултыртылды. Бында илһөйәрлек рухы ғына түгел, шул уҡ сәнғәт тә ҡағылып китә. Мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереү буйынса эштәр бөгөн дә алып барыла. Мәҫәлән, “Оҙон көй” йыр бәйгеһе, милли бейеүҙәр буйынса уҙғарылған конкурстар киләсәк быуында милли үҙаңды, башҡорт халҡының сәнғәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай тип иҫәпләйем мин. Тағы ла күбәләк ырыуы вәкилдәренең иң әүҙемдәренә, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы үҫтереүгә тос өлөш индергәндәргә дипломдар тапшырып киләбеҙ, бөгөнгө көндә ырыу вәкилдәренең 55 кешеһе шундай дипломға эйә. Төрлө сараларҙа, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балаларҙы ла тәбрикләйбеҙ. Йәш быуынды тәрбиәләгәндә дин тураһында ла оноторға ярамай, мәҫәлән, беҙ был юҫыҡта даими эшләйбеҙ: быйылғы уҡыу йылында, 1 сентябргә балаларға дини китаптар бүләк иттек, мәсеттә уларға ғәрәп телен дә өйрәтәбеҙ, — тип ырыу эсендә башҡарған эштәре тураһында бәйән итте. И. Йәнсәйетов. — Ҡоролтай артабан үҫешһен өсөн һәр делегат үҙ урынында иңдәренә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарһа, барыһы ла һәүетемсә генә барыр ине, ҡуйған маҡсаттар ҙа теүәл үтәлер ине. 

Әбйәлил башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарының исемдәрен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡара. Уларҙың исеме мәктәптәргә, музей, мәҙәниәт йорттарына, урамдарға бирелә. Ырыуҙар тарихын барлау, шәжәрәләр төҙөү, ер-һыу атамаларын, ауылдар тарихын өйрәнеү эштәре алып барыла. «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», ырыуҙар, йола байрамдары үткәрелә, Башҡорт теле, Милли кейем көндәрендә район халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы Элиза Ҡунафина етәкселегендә төрлө мөҙәни саралар уҙғарыла. Тик бындай сараларҙа күпселек ҡатнашыусыларҙың оло быуын кешеләре булыуы күңелде ҡыра, ошо юҫыҡта күберәк балаларҙы йәлеп итергә тигән маҡсаттар ҡуйылды. Был ойошма һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы (етәксеһе Гөлзифа Ғафарова), ғөмүмән, район халҡы МХО зонаһына гуманитар ярҙам, маскировкалау селтәрҙәре эшләп оҙатыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Бөгөн телде һаҡлау мәсьәләһе лә килеп тыуҙы. Саф башҡорт ауылдарында балаларҙың теле русса асылыуы һәр кемде борсой. Балаларҙы туған телдә уҡытыу сифатын яҡшыртыу маҡсатында мәғариф идаралығы менән берлектә саралар, рейдтар, конкурстар ойошторола, асыҡ дәрестәр үткәрелә.

Йыл һайын апрелдең һуңғы шәмбеһендә Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙабыҙ. Мин был проектты хуплайым, сөнки ул бөтәһен дә — башҡорт телен яҡшы белгәндәрҙе лә, уны яҡшы белгәндәрҙе лә, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәрҙе лә берләштерә. Тап ошондай халыҡ акциялары беҙҙең телде пропагандалай.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан алып район ҡоролтайының эш пландарының береһе булып эскелеккә ҡаршы көрәште нығытыу билдәләнә. Халҡыбыҙҙы наркоманиянан, енәйәтселектән ҡурсалауға йүнәлтелгән эштәр башлана. Һуңғараҡ ауыл биләмәләрендә «Айыҡ ауыл», «Сәләмәт ауыл» конкурстары киң йәйелдерелә. Республика этабында Булат ауылы 2020 йылда номинацияла билдәләнһә, 2021 йылда Таштимер ауылы өсөнсө урынды алды. 2022, 2023 йылдарҙа Ишкилде ауылы ярышта ҡатнашып, номинацияла еңеүсе тип табылды. Быйыл да «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә Ҡаҙмаш ауылы дәррәү ҡатнаша. Ауылдың инициатив төркөмө башланғысы менән бәйге сиктәрендә район һәм республика кимәлендә ҙур саралар: балаларҙы яҡлау көнөнә балалар һабантуйы, «Ҡымыҙ-пати», Бейеш батыр иҫтәлегенә уҡтан атыу буйынса ярыш уҙғарылды. Тағы ла ҙур изге эш башҡарҙы ҡаҙмаштар, Украина тарафтарында хеҙмәт итеүсе ир-егеттәребеҙгә гуманитар ылау оҙатты. Инициатив төркөм егеттәре тиҙ арала халыҡтан аҡса йыйып, тәгәрмәсле мунсалар эшләп, яҡташ яугирҙәребеҙгә тыуған яҡтан йылы әйберҙәр, тәмле-татлы күстәнәстәр алып барып килде. Бөтә ауыл халҡы бергә тупланып «Берҙәм ауыл» проектын да башлап ебәрҙе. Проект борондан ҡалған өмәләрҙе тергеҙеүгә йүнәлтелгән.

Башҡарылған эштәр тураһында «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренең «Шәжәрә», «Күркәм йолаларыбыҙ», «Ҡомартҡы», «Замандаш», «Нисек йәшәйһең, ауыл?», «Йыйындар», «Дини саралар», «Тарих» һәм башҡа рубрикаларҙа  мәҡәләләр даими баҫылып тора.

Май айында район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үткәрелеп, уның составы яңыртылды, пландары, маҡсаттары барланды.

— Ҡоролтай өҫтәмә яуаплылыҡ, тырышлыҡ талап итә. Әммә шуныһы ҡыуандыра: тырыш, егәрле һәм, иң мөһиме, заман менән бергә атлаған милләттәштәребеҙ ҡоролтай ағзаһы булып тора, ололар урынына йәштәрҙең килеүе ҡыуаныслы. Шуға күрә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы биргән бар мөмкинлектәрҙән дөрөҫ файҙаланып, артабанғы үҫеш өсөн бергәләп эшләрбеҙ. Беҙҙең девиз да «Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!» тип атала. Берҙәмлек, уртаҡ көс менән уңыштар яуларға беҙҙең бар мөмкинлектәр ҙә бар, — ти В. Илһамов.

1995 йылдан алып бөгөнгө көндәргә тиклем биш ҡоролтай үтте. Ә бына I һәм II ҡоролтайҙар иң мөһим йыйылыш булып ҡалалар, минеңсә. Улар ойоштороу яғынан да, тикшерелгән көн тәртибе, проблемалар буйынса ла иң уңышлыларҙан һанала. Минеңсә, Ҡоролтай — ул башҡорт халҡының терәге. Уны киләсәк быуаттарҙа ла һаҡлап ҡалырға кәрәк. Сағыштырмаса, һан яғынан беҙ бәләкәй халыҡ, ләкин тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, һәләтебеҙ, батырлығыбыҙ менән беҙ бөйөк, ғорур халыҡ һанына инәбеҙ һәм ошо дәрәжәлә мәңге ҡалабыҙ.

Берҙәм булғанда беҙ көслөбөҙ!
Берҙәм булғанда беҙ көслөбөҙ!
Берҙәм булғанда беҙ көслөбөҙ!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: