-5 °С
Болотло
Металдан һәм тимер-бетондан яһалған 2,5 метрлыҡ скульптура “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән Уҡытыусы скверында ҡуйылды. Һәйкәл дәрестә шөғөлләнгән уҡытыусы һәм уҡыусыны ҡылыҡһырлай, ә таҡтала Дмитрий Менделеевтың “Уҡытыусының бөтә ғорурлығы уҡыусыларҙа...” тигән һүҙҙәре яҙылған.
Проект сиктәрендә шулай уҡ скверҙағы ял итеү зонаһының бер өлөшөнә плитка түшәлгән, эскәмйәләр, аҫылмалы бәүелсәктәр, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, шулай уҡ урамдар яҡтыртылған.