Атайсал
8 Декабрь 2024, 04:35

Беҙҙең киләсәк

Тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында хәстәрлек күрелеүе, уны һанлаштырыу буйынса күп эштәр алып барыуы тураһында әйтте.      

Беҙҙең киләсәкБеҙҙең киләсәк
Беҙҙең киләсәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:

–  Башҡорт телен модалы итергә кәрәк. Беҙ ошо йүнәлештәр буйынса системалы эш алып барабыҙ: Башҡорт теле фондын булдырҙыҡ, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау программаһын тормошҡа ашырабыҙ, Гранттарын тапшырабыҙ, халыҡ-ара диктант үткәрәбеҙ, театрға, әҙәбиәткә, киң мәғлүмәт сараларына әүҙем ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙ башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау өсөн яуаплы.

Т. Күсимов исемендәге гимназияның туғыҙынсы класс уҡыусыһы Азалия Ғәлиуллина башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың онлайн-этабында 700 уҡыусы ҡатнашты. Уларҙың 300 уҡыусыһы 1 турҙы уңышлы үтте һәм Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын алды. Улар араһында Әбйәлил районы командаһы ла бар. Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Алмас Ирғәлин (11 класс) махсус призға лайыҡ булды, Хәмит мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Абдуллина (9 класс), гимназистар Алһыу Рәхимова (11 класс) , Рәхмәтуллина (9 класс), Наҙгөл Илһамова (9 класс), Асҡарҙың 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Ишбулдина (10 Класс) олимпиада призерҙары булды. Азалия Ғәлиуллина (9 класс, Т. Кусимов исемендәге гимназия) еңеүсе тип танылды.

Команданың етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы З. Р. Ғәлләмова:
– Беҙҙең уҡыусылар был этапта бик уңышлы сығыш яһаны. Башҡорт теле уҡытыусылары Альбина Муллахмәтова, Лира Абдрахманова, Илһөйәр Абдуллина олимпиадаға балаларҙы көслө әҙерлек менән ебәргәндәр, балалар һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы. Беҙҙең уҡыусылар башҡорт телен яҡшы белеү менән генә сикләнмәйҙәр, улар телебеҙҙе тиҫтерҙәре араһында популярлаштырыуға ла булышлыҡ итәләр. Төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла улар уңышлы сығыштары менән районда билдәле. Ошондай телһөйәр илһөйәрҙәр үҫтереү беҙҙең һәр беребеҙҙең бурысы.

 

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас