Атайсал
17 Ғинуар 2025, 05:45

СТУДЕНТ ПРОЕКТТАРЫНАН — АСҠАРҘАҒЫ «ЯНДЕКС ТАКСИ»ҒА

Үҙенең эшен башларға баҙнатсылыҡ итмәгәндәргә сағыу өлгө булып торған Тамъян Ғәбитов республика йәштәре араһында киң билдәле.

СТУДЕНТ ПРОЕКТТАРЫНАН — АСҠАРҘАҒЫ «ЯНДЕКС ТАКСИ»ҒАСТУДЕНТ ПРОЕКТТАРЫНАН — АСҠАРҘАҒЫ «ЯНДЕКС ТАКСИ»ҒА
СТУДЕНТ ПРОЕКТТАРЫНАН — АСҠАРҘАҒЫ «ЯНДЕКС ТАКСИ»ҒА

Тал Ҡусҡары ауылында Зөлфиә һәм Самат Ғәбитовтарҙың татыу ғаиләһендә Дилбәр һәм Гөлсәсәк апайҙарынан ҡала өсөнсө бала булһа, игеҙәк Шәфҡәт менән Рәфҡәткә ағай булып үҫте ул. Күҙ алдында үҫкән малай, хәҙер инде 30 йәшлек уңған ир-егет, ҡатыны Асҡар ҡыҙы Ләйсән Айбулат ҡыҙы менән ике балаға ғүмер биргән атай ҙа. Эшен бәләкәй проект инициативаларынан башлаған егет бөгөн уңышлы бизнес төҙөүгә иреште.

Тәүге уңыштар — этәргес көс

Тамъяндың эшҡыуарлыҡ юлы студент йылдарында башлана, ул йәмәғәт проекттары менән әүҙем шөғөлләнә. Студент яҡташтары ойошмаһын етәкләп, Тамъян төрлө саралар ойоштора, әммә сараларҙы уңышлы үткәреү өсөн һәр ваҡыт финанс ресурстары талап ителеүе бәкәлгә һуға. Даими ҡытлыҡтан егет үҙенең беренсе бизнесын асырға ҡарар итә. Репетитор булараҡ эшләп, буласаҡ студенттарға берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнергә ярҙам итә башлай. Тиҙҙән ҡуртымға фатир ала һәм «Уҡыу үҙәге» аса, унда үҙенең тиҫтерҙәрен уҡытыусы итеп йәлеп итә, уҡыусылар таба. Был беренсе бизнес уның артабанғы аҙымдары өсөн нигеҙ була.

Бизнес-проекттарҙың төрлөлөгө

Тамъян бер проект менән генә сикләнеп ҡалмай. Уның эшмәкәрлеге яңы ғына сыға башлаған тюбингтарҙы ҡуртымға алыу, һатыу, шулай уҡ тортҡа заказ биргәндәрҙең заказдарын үтәүҙе үҙ эсенә ала. Әммә иң ҙур проект «Сушиопт» була. Тамъян компанияға нигеҙ һалған эшҡыуар менән таныша һәм уны үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итергә ҡарар итә. Өфөлә аҡса етмәү сәбәпле, егет Мәскәүгә юллана. Бер нисә ай етешһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ ауырлыҡтары аша үткән тырыш эш һөҙөмтәләрен бирә, даими презентацияларҙан һуң, Тамъян Самат улы Мәскәү-Сити башняһында инвесторҙар менән осрашыуға өлгәшә. Унда үҙенең проектын тәҡдим итә, уны тормошҡа ашырыу өсөн 70 миллион һум йәлеп итеү ҡарала. Инвесторҙар быларҙың барыһын да 21 йәшлек егет ойошторғанын күреп баҙап ҡалалар. Тамъян үҙенең социаль селтәрҙәрен әүҙем алып бара һәм ситтән тороп башҡаларға перспективалы проекттарҙы башларға ярҙам итә. Шундай проекттарҙың береһе Doner Vill һәм Del Pizza исемле дөйөм туҡланыу нөктәләре, улар йәш эшҡыуарҙың идеялары ярҙамында популярлыҡ яулай. Дөйөм алғанда, эшҡыуар һигеҙ йылда бик күп кенә проекттар яҙған һәм уларҙы тормошҡа ашырған, өс компанияла 30 кешегә штатлы эш урындары булдырған. Бынан тыш, Рәсәй биләмәһендә аутсорсинг буйынса 250-нән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителгән. 20 такси водителе һәм туҡланыу нөктәләрендә дүрт курьер эшләй.

«Яндекс Такси»

Шәхси уңыштарынан илһамланып, Тамъян тыуған районында «Яндекс Такси» хеҙмәтен асырға була, сөнки үҙе күп тапҡырҙар такси саҡырыу проблемаларына юлыға: кәрәкле номерҙар табыуҙа ҡатмарлыҡтар, машиналар етешмәү һәмбашҡалар. Һуңғы сиктә түшәктә ятҡан оло кешенең, такси булмау сәбәпле ярҙам ала алмауы был эште башлауға сәбәп була. Бөгөн районда «Яндекс Такси» әүҙем эш башланы һәм 500-ҙән ашыу кешенең талаптарын ҡәнәғәтләндергән дә инде. Клиенттар сервистың яҡшы эшләүен, таксиҙың ҡайҙа килгәнен күҙәтеү мөмкинлеге булыуының уңайлылығын билдәләй. Һәр бизнес кеүек, «Яндекс Такси» ҙа ауырлыҡтар менән осраша. Ялған шылтыратыусылар бар, ҡайһы саҡта клиенттар менән конфликттар килеп сығыуы мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, Тамъян һәм уның командаһы ышаныслы аҙымдар менән алға бара, саҡырыуҙар һаны буйынса яңы рекордтар ҡуя. Үҫеш барышында Тамъян гипотезаларҙы һынап ҡарай һәм был бизнестың үҙенсәлектәрен анализлай. Әле сервисты яҡшыртыу өсөн яңы автомобилдәр һатып алырға кәрәклеген аңлай, был артабан компанияның популярлығын арттырасағын күҙаллай. Әйткәндәй, Тамъян Самат улы Ҡытай, Төркиә, Мысыр, Кипр утрауҙарында һәм башҡа илдәрҙә ғаиләһе менән сәйәхәттә булып, ял итеп, үҙенең эш тәжрибәһен дә арттырған.

Хәйриәлек —мөһим аспект

«Яндекс Такси» Тамъян өсөн төп проект түгел. Социаль проект булараҡ һәр такси саҡырыуҙың билдәле бер өлөшөн хәйриәгә ебәрергә ҡарар иткән. Яҡташыбыҙ мохтаж ғаиләләр өсөн йорттар төҙөгән эшҡыуар Айтуған Рамаҙан улы Фәттәховтың проекты менән таныш һәм ошондай хәйриә проектында ҡатнашырға ниәтләй. Шулай итеп, Асҡар халҡы «Яндекс Такси»һын һайлап, уңайлы йөрөүҙән тыш, райондың мохтаж ғаиләләренә лә ярҙам итеп, хәйриә башланғыстарында ҡатнаша. Тамъян Ғәбитов үҙ идеяларын уңышлы тормошҡа ашырған эшҡыуар ғына түгел, үҙе йәшәгән йәмғиәт тураһында хәстәрлек күргән йәштәргә өлгө булырлыҡ миҫал. Яҡташыбыҙ үҙенең тыуған ауылы Тал Ҡусҡарында йәшәгән биш оло кешегә ошо йылдың ярты йыллығына «Осҡон» гәзитен дә бүләк итте. Беҙ Тамъян Самат улына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас