Атайсал
21 Ғинуар 2025, 15:25

Ялан батырының хеҙмәте

Ғабдулла Зәйнуллин 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Яҙмыш һынауҙарына баш эймәй, ул һәр ваҡыт үҙе булып ҡала — тәбиғи, ихтирамлы, дәртле. Эшһөйәр һәм кешелекле, изге күңелле  агрономды бөтә район белә һәм хөрмәт итә.

Ялан батырының хеҙмәтеЯлан батырының хеҙмәте
Ялан батырының хеҙмәте

  Оҙаҡ йылдар "Красная Башкирия" хужалығында баш агроном булған Ғабдулла Зәйнуллинға 70 йәш тулды. Юбилярҙы район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов ҡотлап рәхмәт хаты, бүләк тапшырҙы, район Советы исеменән юбилярҙың ҡустыһы Баязит Ғиниәтов тәбрикләне. "Красная Башкирия" хужалығы предприятиеһының баш бухгалтеры Андрей Дубов, баш агроном Илһам Әхмәтйәнов та юбилярға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Коллектив исеменән Ғабдулла Хәйбулла улына премия һәм рәхмәт хаты тапшырҙылар. “Баҫыу ҡырҙарында күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ тәрән ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ. Һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙе еңел булмаған, әммә изге эшкә бағышланығыҙ. Беҙ һеҙгә һәр үҫтерелгән башаҡ, ергә булған һөйөүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ”,- тип белдергән коллегалары рәхмәт хатында.

  Ғ. Х. Зәйнуллин 1955 йылдың 21 ғинуарында Салауат ауылында тыуған. 1972 йылда Таштимер урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Дипломлы белгес хеҙмәт юлын “Путь Ленина” хужалығында башлай. 1973-1975 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан йәш егет колхозад эшләүен дауам итә. 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай һәм йүнәлтмә менән Баймаҡ районы “Йылайыр” совхозына агроном-орлоҡсоитеп эшкә ебәрелә. Тырыш, талапсан йәш белгесте 1985 йылда Фрунзе исемендәге колхоздың баш агрономы вазифаһына тәғәйенләйҙәр. 1986 йылда “Йылайыр совхоз-техникумы” хужалығы баҫыуҙарында агрономдар бығаса булмаған уңыш үҫтерә һәм дәүләткә 48 мең тонна иген тапшыра, был Баймаҡ районында етештерелгән бөтә күләмдең өстән бер өлөшө була. Тап шул саҡта йәш агрономды КПСС-тың Әбйәлил район комитетына инструктор вазифаһына эшкә саҡыралар. Әммә Ғабдулла Хәйбулла улы: "Мин – ер кешеһе, минең урыным баҫыуҙа!» – тип ҡырҡа баш тарта. Шулай ҙа бер аҙҙан партия ҡушыуы буйынса район комитетына алына һәм унда бер йыл эшләгәс, Ғабдулла Зәйнуллин “Красная Башкирия” хужалығына орлоҡсо агроном булып күсә. Бер йыл үтеүгә ҙур хужалыҡтың баш агрономы вазифаһын ышанып тапшыралар. Агроном баҫыуҙарҙан ҡайтмай тиерлек эшләй һәм  һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй – иген һәм башҡа культуралар тырыш хеҙмәтенә яуап итеп мул уңышы менән һөйөндөрә.

Юғары профессиональ агроном булараҡ, ул бөтә белемен, оҫталығын һәм тәжрибәһен Урал аръяғы шарттарында иген культураларын үҫтереүҙең һөҙөмтәле технологияларын эҙләүгә бағышлай.Күпселек осраҡтарҙа агрономдың тәжрибәһе өҫтөнлөк ала, ул культураларҙы үҫтереүҙең яңы системаһының айырым элементтары берләштереп, тормошҡа ашыра бара. Ғабдулла Хәйбулла улы фәнгә нигеҙләнеп “нуль технологияһы”н тормошҡа ашыра, уның тәжрибәһе менән республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, хатта сит илдәрҙән дә килеп танышалар. Шулай итеп, энергия ресурстарын ҡулланыуҙы һиҙелерлек кәметеүсе һәм тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүсе No-till технологияһын беренсе булып Ғабдулла Зәйнуллин үҙенең практикаһында ҡуллана. Ялан батырының тыуған төйәге өсөн ҡылған эштәре ҙур баһаға лайыҡ. Алтын иген баҫыуҙары уның башҡарған эше генә түгел, ә йөрәге аша үткән ижад емеше тиергә була.

Дан, дәрәжә бер ваҡытта ла Ғабдулла Хәйбулла улы  өсөн мөһим булманы. Яратып һайлаған һөнәренә ғүмере буйынса тоғро, эшенә ҡарата үтә яуаплы, ысын ер кешеһе булып ҡалды ул. Яңы алымдарҙы ҡулланып, “ни сәсһәң – шуны урырһың” халыҡ әйтемен күҙ уңында тотоп, орлоҡтарҙың яңынан яңы сорттарын булдырыу өҫтөндә эҙләнеүҙәрҙе дауам итеп, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн ерҙе ашлауҙы ла фәнни дәлилдәр менән хәстәрләне.

Ялан батырының һөҙөмтәле хеҙмәте 2011 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме менән баһаланды. Күп тапҡырҙар Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының, район хакимиәтенең күп һанлы почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән ул.

–Үтә ябай, туғанлыҡтың  оло өлгөһөн алға ҡуйып йәшәгән кеше ул Ғабдулла туғаным. Алсаҡ, ҡыуаныс та ла, ҡайғыларҙа ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты. Оло йөрәкле, туған йәнле ҡәҙерлебеҙ тәүлектең ниндәй генә ваҡытында булмаһын, үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, елеп килеп етер ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, туғандарына иңен ҡуярлыҡ ныҡлы терәк ул, – тигән фекерҙә юбиляр менән бергә үҫкән класташы, ике туған апайы Венера Мансурова.

Ғабдулла Хәйбулла улы  бөгөн тыуған ауылы Салауатта өр яңы йорт һалып, ғаиләһе менән шунда ғүмер итә.Тормош юлдашы Рәүилә менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан, ғаилә ҡорған, балалар үҫтерәләр.

Юбилярҙы ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, балаларының, ейәндәренең шатлыҡ-һөйөнөстәрен уртаҡлашып, тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас