Атайсал
24 Ғинуар 2025, 00:15

Халыҡ-ара умартасылар конгресы

Кисә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республикала тәүге «АпиГлобал» халыҡ-ара умартасылар конгресы үҙ эшен башланы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Халыҡ-ара умартасылар конгресыХалыҡ-ара умартасылар конгресы
Халыҡ-ара умартасылар конгресы

Унда Рәсәйҙең 80 төбәгенән һәм 15 илдән умартасылар ҡатнаша.

Республика Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта сығыш яһағанда Башҡортостандың умартасылар форумын ойоштороу урыны итеп осраҡлы һайланмауын билдәләне. Күп йылдар инде тауар балы етештереү буйынса илдә беренсе урында торабыҙ. Беҙҙең «Башҡорт балы» бренды күптән республиканың билдәле визит карточкаһына әүерелде. Күп миҡдарҙа шифалы продукт сит илдәргә һатыла һәм был, үҙ сиратында “Халыҡ-ара коопекрация һәм экспорт” милли проеекты үтәләшенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Республикала 12 мең самаһы умартасы эшләй, 275 меңгә яҡын бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Былтыр 5 мең тоннанан ашыу тауар балы етештерелгән. Был иһә ил күләменең ундан бер өлөшө тиерлек (Рәсәй буйынса 9,3% тирәһе) һәм Волга буйы федераль округының өстән бер өлөшө тиерлек (29%). Республикала умартасылыҡ тармағын үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла, 2030 йылға тиклем комплекслы программа ҡабул ителгән.

Радий Хәбиров шулай уҡ республика умартасыларына яугирҙәргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, хәрбиҙәргә 5 тоннанан ашыу бал оҙатты. Республикабыҙ умартасыларының күбеһе, уларҙың улдары, ҡулдарына ҡорал тотоп, Тыуған илебеҙҙе һаҡлай.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас