5 февралдә Өфөлә Көрәш һарайында Башҡортостан студенттарының #Өйҙә фестивале үтәсәк. Ул Рәсәй студенттары көнөнә арнала. Унда Башҡортостандың юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары һәм республиканан ситтә уҡыусы студенттар ҡатнашасаҡ.
Сарала ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә: алдынғы предприятиелар һәм корпорациялар етәкселәре менән аралашыу, эшҡыуарҙар һәм бизнес хужаларынан лекциялар, йондоҙҙар менән мотивацион осрашыуҙар һәм башҡалар.
Көн дауамында ҡатнашыусылар интерактив форматта үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыуҙың өҫтәмә мөмкинлектәре тураһында ла белә ала. Фестивалдә төрлө ойошмаларҙың күргәҙмә майҙансыҡтары һәм уйын зоналары тәҡдим ителәсәк.
Сара башҡорт, рус һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында дискотека менән тамамланасаҡ.