Атайсал
7 Май 2025, 11:00

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!

Бөгөн Йәлембәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Хәтер аллеяһына нигеҙ һалынды. Рәсәй буйынса Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһына ҡушылып, ағас ултырытыуҙа йәлембәттәрҙән тыш, яугир атай-олатайҙар рухы алдында үҙен бурыслы һанаған теләге булған һәр кем ҡатнашты.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!

Юл буйындағы аллея булаһы урынды көҙгөһөн уҙғарылған өмәләрҙең береһендә кәртәләп алғандар. Ташлы ер булыуын иҫәпкә алып, ҡара тупраҡ килтергәндәр. Йәшелләндереүҙе иһә яҙғылыҡҡа ҡалдырғандар. Һәм, ниһайәт, бына ул көн етте лә. Һабантуй кеүек өмә майҙаны гөрләп торҙо. Йәше лә, ҡарты ла был изге сарала әүҙем ҡатнашты. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Хәтер аллеяһына 80 төп шыршы ағасы ултыртылды. Үҫентеләр менән тәьмин итеүҙә “Салауат” ЯСЙ-һы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Йәлембәт ауылынан Аҙнабай Ишкинин – Бөйөк Еңеүҙең тиҫтере. Йәйгеһен 80 йәшен теүәлләйәсәк уҙамандың көрәк менән бик еңел эш итеүе һоҡландырғыс ине.

Питомниктан килтерелгән үҫентеләрҙең тамыр-олондарын йәрәхәтләмәй генә ултыртыуҙы был өлкәләге белгес Зөфәр ағай Саҙрыевтың кәңәштәре буйынса башҡарҙылар. Ағастар яңы урынға тиҙерәк ерегеп китһен өсөн “Цикрон” үҫеш стимуляторы ҡулланылды һәм, әлбиттә, мул итеп һыу ҡойҙолар. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, ҙур эште бик тиҙ атҡарып сыҡты өмәселәр. Инде ағастарҙың үҫеп-күтәрелеп китеүҙәрен көтөргә, ҡоролоҡтан, мал-тыуарҙың тәләфләүенән һаҡларға ҡала.  Азатлыҡ һәм аяҙ күк йөҙө өсөн ғүмерен ҡорбан итеүсе ҡаһармандарыбыҙҙың, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында Йәлембәт халҡына ғына түгел, курорт төбәгенә илткән юлдан уҙыусыларға ла, килер быуындарға ла һөйләп, хәтерләтеп торһон Хәтер аллеяһы!

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Автор:
Читайте нас