

Шулай уҡ ОБЗР уҡытыусылары өсөн ресурс-методик үҙәк барлыҡҡа киләсәк, унда уҡытыусылар стажировка үтәсәк һәм балаларҙы яңы күнекмәләргә өйрәтеү өсөн квалификацияһын күтәрә аласаҡ, тип хәбәр ителә.
Хәҙер мәктәптә ОБЗР уҡытыусыһы – ул төп идеолог, балалар политругы. Бөгөнгө көндә теоретик курс үткән ОБЗР уҡытыусылары "Авангард" тағы "Патриот"паркы шарттарында практик әҙерлек үтәсәк. Был өс-дүрт көнлөк күнекмәләр үтеү буласаҡ. Хәҙер ОБЗР уҡытыусыһы роленә ҡатын-ҡыҙҙар килә һәм уларҙың "Авангард"та хәрби практик әҙерлек үтеү мөмкинлеге, һаулығы, көсө, физик әҙерлеге булыуы өсөн бик мөһим. Ауырлыҡтар, еңеп сығыуҙар, үҙ аллы белем алыу элементтары күп буласаҡ.
"ОБЗР предметының ғәмәли өлөшө сифатлы уҡытылыуы мөһим. Һәр мәктәп уҡыусыларының тактик, ут, медицина әҙерлеге үҙенсәлектәрен өйрәнеү мөмкинлеге булырға тейеш. Практика үткәндән һуң улар уҡыусыларҙы радиостанция менән эшләргә, топографик карта уҡырға, БПЛА менән идара итергә, нормаларҙы үтәргә өйрәтә аласаҡ”, -ти уҡытыусылар.