

Хәүефһеҙлек айлығы тамамланһа ла, Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Шуға күрә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл ярҙарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә усаҡ яғыу тыйыла.
Янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн түбәндәге штрафтар ҡаралған:
Граждандарға – 10-20 мең һум;
Вазифа биләгән кешеләргә – 30-60 мең һум;
Шәхси эшҡыуарҙарға – 60-80 мең һум;
Ойошмаларға – 400-800 мең һум.