

20 майҙа илдең электр энергетикаһы комплексын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙеләр.
Унда Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Энергетика һәм Сәнәғәт министрлыҡтары эксперттары, тармаҡ проект һәм етештереү компаниялары етәкселәре ҡатнашты. Радий Хәбиров үҙ сығышында республиканың энергетика инфраструктураһын модернизациялау тураһында һөйләне.
- Башҡортостан энергосистемаһы - илдә иң эре һәм ышаныслы эшләүселәрҙең береһе. Етештереү һәм ҡулланыу күләме буйынса беҙ йылына өс процентҡа тиклем тотороҡло үҫәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Селтәр ойошмаларының инвестиция программалары сиктәрендә 2019 йылдан республиканың электр селтәре комплексын үҫтереүгә 35,9 миллиард һум йүнәлтелде. Биш яңы подстанция сафҡа индерелде, дүрт подстанция реконструкцияланды. Бөрйән һәм Белорет райондарының үҙәктән алыҫ ятҡан ауылдарын энергия менән тәьмин итү өсөн бөтәһе 2 мең сакрымдан ашыу яңы төрлө класстағы электр тапшырыу линиялары төҙөлдө.
Башҡортостан Башлығы билдәләп үткәнсә, 2027 йылға тиклем энергетика ҡеүәттәрен модернизациялау проекттарын конкурентлы һайлап алыу программаһы сиктәрендә төбәктә дөйөм суммаһы 20 миллиард һумдан күберәк булған ете проектты тормошҡа ашырырға планлаштыралар.
Радий Хәбиров шулай ук Рәсәй Энергетика министрлығы етәкселегенә республика менән нәтижәле хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сергей Цивилев Башҡортостанның яғыулыҡ-энергетика комплексы потенциалын юғары баһаланы һәм тармаҡты нығытыу өсөн алдынғы алымдарҙы индереүҙең әһәмиәтен билдәләп үтте.
РФ Энергетика министры шулай уҡ Өфө трансформатор заводында булыуҙан алған тәъҫораттары менән уртаҡлашты.
- Предприятие - Рәсәй энергетикаһының ысын ғорурлығы. Уның потенциалы, минеңсә, әле тулыһынса асылмаған, тине Сергей Цивилев. - Ғөмүмән алғанда, Башҡортостан сәнәғәте – дәүләтебеҙ үҫешенең стратегик бурыстарын хәл итеүҙә таяныс.
Был сара «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектын үтәүгә лә булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.