Атайсал
10 Июль 2025, 06:10

Башҡортостанда - яңы судьялар

Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Башҡортостанда - яңы судьяларБашҡортостанда - яңы судьялар
Башҡортостанда - яңы судьялар

Президент Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Документтан күренеүенсә, алты йылға Ишембай ҡала суды рәйесе урынбаҫары итеп Әлгис Мөфтиев тәғәйенләнгән, Күгәрсен район-ара суды рәйесе итеп Ғафур Ибраһимов тәғәйенләнгән.

Баймаҡ район суды судьяһы Итеп Резеда Хасаева, Балтас район — ара суды судьяһы — Радмир Фәтҡуллин, Ҡариҙел район — ара суды судьяһы-Илфир Хәбибуллин, Өфөнөң Октябрьский район суды судьяһы-Галина Щербакова тәғәйенләнде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас