Атайсал
22 Август 2025, 07:05

"Һөт иле" фестивале

30 августа Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Һөт иле» фестивале үтәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Быйылғы “Һөт иле”ндә төп яңылыҡ — башҡорттарҙың милли эсемлегенә, уның тарихына һәм шифалы үҙенсәлектәренә арналған «ҠымыҙФест» майҙансығы. Башҡортостандың иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәре Өфөгә бер тонна файҙалы эсемлек килтерер, тип көтөлә.

Башҡа ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр ҙә майҙансыҡтарҙа үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Теләге булғандар төрлө етештереүселәрҙең ң ауыл хужалығы продукцияһын тәмләй һәм һатып ала аласаҡ.Бөгөн тотош ресубликала төрлө дәүләт программалары сиктәрендә, атап әйткәндә, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проекты, шулай уҡ башҡа программалар сиктәренд субсидиялар, гранттар, башҡа ярҙам алып, үҙ эшен асыусылар күп. Һәм бөгөн уларҙың үҙ эшен уңышлы алып барып, республика халҡын таҙа һәм файҙалы ризыҡ менән туҡландырыуы ҡыуаныслы.

2011 йылда башлап Өфөлә йыл һайын ойошторолған «Һөт иле» ғаилә фестивале ҡунаҡсыллыҡ, һөт һәм һөт ризыҡтарына һөйөү символына әүерелде. Мәҫәлән, былтыр һөт фестивалендә 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Быйыл да ойоштороусылар бай программа әҙерләй.

ФОТО: редакция архивынан.

"Һөт иле" фестивале
"Һөт иле" фестивале
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас