Атайсал
5 Сентябрь 2025, 07:15

Мәктәптәрҙең стоматология кабинеттары яңыртылды

Башҡортостанда 2019 йылдан алып «Юғарыға ос!» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә республиканың 134 мәктәбендә стоматология кабинеттары асылды. Уҙған йылдан республикала башланған стоматология кабинеттарын яңыртыу эше сиктәрендә быйыл 16 кабинет яңыртылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мәктәптәрҙең стоматология кабинеттары яңыртылдыМәктәптәрҙең стоматология кабинеттары яңыртылды
Мәктәптәрҙең стоматология кабинеттары яңыртылды

Быйыл 8 яңыртылған стоматология кабинетын асыу планлаштырыла. 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, Благовещендың 6-сы мәктәбендә, Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбендә, Ҡариҙелдең 2-се мәктәбендә, Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбендә һәм Межгорьеның 2-се мәктәбендә стоматология кабинеттары үҙ ишектәрен асты.

Кабинеттарҙа капиталь ремонт эшләнгән, ғәмәлдәге стандарттарға ярашлы заманса стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған, төрлө төҫтәге кәрәҙҙәр рәүешендә биҙәлгән.

Мәктәптәрҙә эшләп килгән стоматология кабинеттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлешенә ҙур өлөш индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас