Атайсал
12 Сентябрь 2025, 00:30

Ил башлығы "Сириус"та булды

 Рәсәй Президенты Владимир Путин “Сириус” фәнни-технологик университетының лаборатория комплексында булды. Дәүләт башлығы унда бойомға ашырылыусы проекттар, химия һәм аналитик лабораторияләрҙың эшмәкәрлеге менән танышты. #ВладимирПутин

Ил башлығы "Сириус"та булдыИл башлығы "Сириус"та булды
Ил башлығы "Сириус"та булды

Президентҡа “Сириус” университетының Фәнни советы рәйесе Роман Иванов, яман шешкә ҡаршы иммунотерапия өлкәһендәге фәнни төркөм етәксеһе Арсений Южалин, мәғлүмәти именлек өлкәһендәге фәнни төркөм етәксеһе урынбаҫары Константин Гнидко мәғлүмәт бирҙеләр.
“Сириус” университетының лаборатория комплексы 2022 йылдың сентябрендә асылды. Ул иң заманса йыһаздар менән тәьмин ителгән һәм фармацевтика, медицина, ауыл хуҗалыгында генетик технологияларҙы ҡулланыуға бәйле төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә, генетика, иммунология, медицина биотехнологиялары, ген терапияһы, биология һәм биотехнологиялар өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә.
Лабораторияларҙа эшләүсе йәш ғалимдар университетҡа “Сириус” федераль территорияһын фәнни-технологик үҫтереү” дәүләт программаһы ярҙамында йәлеп ителгән.

ФОТО: free.1tv.ru



Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас