

Әбйәлил егете, йәш эшҡыуар Нияз Фирғәт улы артабан был йүнәлештә ныҡлап шөғөлләнмәксе. Шуға ла эшҡыуар район хакимиәтендә үткән инвестиция сәғәтенә Асҡарҙа арт-скульптуралар эшләү оҫтаханаһын асыу проекты менән инде һәм ошо маҡсатта ҡорамал һатып алыуҙа ярҙам һораны һәм, әлбиттә, эште алып барыу өсөн база йәки ер участкаһы кәрәклеген әйтте. «Урал батыр» эпосынан ҙур буйвол үгеҙ һыны эшләүен һәм әле халҡыбыҙҙың яуҙарҙа еңеүсе булыуын һынландырған һәйкәл өҫтөндә эшләүен әйтеп, Айрат Зиннәт улы, был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәклегенә баҫым яһаны һәм район үҙәгендә буш торған биналарҙы ҡарап, ҡулайлыһын һайлап алыуҙа мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне.
Эшҡыуарға ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә күрһәтеләсәк.